Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2018, 14:07

Борайҙа иҫ киткес матур, заманса, уңайлы балалар майҙансығы асылды

Күптән түгел Борай ауылында уйын аттракциондары менән спорт комплексы тантаналы асылды. “Әкиәт” тип аталған заманса балалар майҙансығы район үҙәгенең нәҡ уртаһында урынлаштырылды. Ул бәләкәстәрҙең иң яратҡан урынына әйләнеп тә өлгөрҙө. Һәр көн бирелә йөҙҙән артыҡ бала уйнай.


Сарала район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов, шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев, БР алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 55-се Бөй һайлау округы буйынса депутаты Рәмзил Низаметдинов, республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан вәкил Рәфис Зәйнүков ҡатнашты.

Балалар майҙансығы федераль, республика һәм урындағы бюджет аҡсалары иҫәбенә төҙөлдө. Проект “2014-2020 йылдарға ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Объекттың хаҡы өс миллион һумдан ашыу, шуның 1,9 миллионы — грант ярҙамы.

Яңы уйын комплексы йыһазланышы буйынса ҡаланыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Турниктар, тауҙар, аттракциондар, карусель, ҡомлоҡтар — барыһы ла хәүефһеҙлек нормаларына яуап бирә. Майҙанға йығылғанда имгәнеүҙән һаҡлаусы резина түшәлгән. Быға бигерәк тә ата-әсәләр ҡыуанды. Шулай уҡ тренажерҙарҙа сәләмәтлеге сикләнгән балалар ҙа шөғөлләнә ала.

— Беҙ ауыл ерендә лә ошондай ҡоролмалар урынлаштырылыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Балалар бер нәмәнән дә мәхрүм ителмәһен, ҡыуанып, шатланып үҫһен һәм мөмкинлектәрен бар йүнәлештә лә тормошҡа ашыра алһын, — тине тантанала Константин Толкачев.

“Әкиәт” майҙансығы — районда “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған икенсе проект. Ул борайҙар өсөн генә түгел, ә ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар өсөн дә ҙур бүләк булды.

Эльвира Исламова фотоһы.
Читайте нас: