Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2018, 14:17

Асҡындар Өфөлә йәрминкәлә ҡатнашты

Ошо көндәрҙә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте. Унда асҡындар ҙа әүҙем ҡатнашты. Мәҫәлән, Ҡарткиҫәк ауылынан Гөләндәм һәм Азат Мулләхмәтовтар һәр йылдағыса хуш еҫле балдары менән һатып алыусыларҙы ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, күп кенә итеп Иорданияға ла бал ебәрәләр икән. Сит ил кешеләре менән улар хажға барғанда дуҫлашҡандар.

Ә Ключи ауылынан Фәнилә Фәтхетдинова бындай сарала беренселәй ҡатнашты. Ул үҙе үҫтергән йәшелсәләрҙе тәҡдим итте.
Читайте нас: