Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2018, 11:16

Иртән Асҡында ни бары + 3 булды

Бөгөн, 20 августа, Башҡортостанда һалҡынса һәм ҡояшлы.

Иртән минималь һауа температураһы Асҡын районының Асҡын ауылында ни бары +3°C булды. Иң юғары һауа температураһы Бөрөлә билдәләнгән: +8°. Республикала йәшәүселәрҙе аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ көн көтә. Фараздарға ярашлы, 19-20 августа төнгө һәм иртәнге сәғәттәрҙә республикала урыны менән һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе көтөлә: 0, -3°.
Читайте нас: