Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Июль 2018, 12:31

Нисек ҡарбузды дөрөҫ һайларға?

Үҙе шарҙай, тәме балдай, ви-таминдарға бай, татлы еләкте нисек дөрөҫ һайларға, ҡулланырға һәм һаулығыңа зыян килтермәҫкә?


Әйткәндәй, бер көндө ҡарбуз ашап ҡына үткәрергә мөмкин. Уның үҙ технологияһы бар. Көн буйына 1-1,5 кг ҡарбуз, арыш икмәге һәм сохари ашарға мөмкин, әммә сәй һәм ҡәһеүә эсергә ярамай, – ти табип-диетолог Людмила Денисенко. – Был ябығыу өсөн генә түгел, ә организмды токсиндарҙан, ҡомдан, артыҡ тоҙҙан, хатта холестериндан таҙартыу өсөн файҙалы. Хатта кешенең иммунитеты ла яҡшыра.

Ҡарбуздың составында организмға кәрәкле фолий кислотаһы, магний, аскорбин кислотаһы, тиамин, каротин, ниацин бар.

Организмға фолий кислотаһы бигерәк тә кәрәк. Ул күҙәнәктәрҙең бүленеүенә ярҙам итә һәм аҙыҡты, аҡһымдарҙы эшкәртеүҙә мөһим роль уйнай. Шулай уҡ тиренең сәләмәтлеге лә уға бәйле.

Тағы ла шуныһы: әгәр ҙә һеҙ насар йоҡлайһығыҙ, ҡулығыҙға бер эш бармай икән, ҡарбуз ашағыҙ. Күңелегеҙ күтәрелеп, эшкә дәрт уяныр.

Ҡарбуз миҙгелен дөрөҫ файҙаланып ҡалығыҙ.

Нисек дөрөҫ ҡарбуз һайларға? Бәләкәй генә белешмә, үҙегеҙгә алып ҡуйығыҙ. Кәрәк булыр.

Сулпан Ғилметдинова әҙерләне.
Читайте нас: