Ҡариҙел районында Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлында йылға аша күпер, Абыҙ ауылында мәктәп менән балалар баҡсаһы төҙөлөшөндә күләмле эш башҡарылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быларҙың барыһы ла “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” республика акцияһы сиктәрендә төҙөлә.
Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлы республиканың төньяҡ-көнсығышын үҙәк менән берләштерәсәк. Бөгөнгә урман киҫеү һәм һыуүткәргес торбаларҙы монтажлау буйынса эштәр тамамланған, күпергә техник юл һалынған, тау ҡатламдары шартлатылған. Әле юлсылар ер полотноһын һалыу менән мәшғүл. Урында тәүлек әйләнәһенә 100 кеше һәм 54 берәмек махсус техника эшләй. Уң яҡ ярҙа эштәрҙе ағымдағы йылда тамамлау планлаштырыла.
Ҡариҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшөндә лә эш ҡайнай. Әле йөрөй торған юлды бетонлайҙар. Күпер ағымдағы йылдың октябренә төҙөлөп бөтәсәк, тик урау юлды файҙаланыуға тапшырмайынса, унан йөрөп булмаясаҡ. Шуға күрә 2019 йылда ғына рәсми рәүештә асыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Андрей Трухан районға эш сәфәре менән килгәндә төҙөлөштә эштәрҙең сифатына һәм ваҡытында башҡарылыуына ҙур иғтибар бүлә. Ул эшселәр менән аралашып, уларҙың туҡланыу һәм йәшәү шарттары менән дә ҡыҙыҡһына.
Андрей Трухан Абыҙ ауылында төҙөлөштә эштәр барышы менән дә таныша. Мәктәп менән балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған объектты ағымдағы йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. Бында ла эштәр планға һәм тейешле талаптарға ярашлы алып барыла.
Һүрәттә: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары
Андрей Трухан — Абыҙ мәктәбе төҙөлөшөндә.