Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль 2018, 16:24

Иҫке Балтас ауылында “Фармленд” дарыуханаһы ҡаршыһында балалар майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды

Дарыухана директоры Рәүиә Исламова белдереүенсә, “Балалар майҙансығы” социаль проекты республикала уңышлы тормошҡа ашырыла. Күп кенә район үҙәктәрендә ошондай майҙансыҡтар булдырылып, ҙур файҙаланыу тапҡан. Ял урыны талаптарға тулыһынса яуап бирә. Унда спорт уйыны йыһаздары урын алған. Майҙанға ҡом түшәлгән. Балалар уйнағанын күҙәтер өсөн өлкәндәргә йәнәшәлә уңайлы эскәмйәләр ҙә ҡуйылған, коляскалар өсөн дә урын булдырылған.

Ал таҫманы район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев һәм Иҫке Балтас ауыл биләмәһе башлығы Эльмар Ғәлимйәнов киҫте. Етәкселәр майҙансыҡтағы уңайлыҡтар менән танышып, районда бындай ял итеү урындарын арттырырға кәрәклеген билдәләне. Майҙансыҡ асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көткән кескәйҙәр шау-гөр килеп уйнаны. Тәрбиәселәре оҙатыуында килгән “Буратино” балалар баҡсаһына йөрөүселәр ҙә был иҫтәлекле ваҡиғаның шаһиты булды.
Читайте нас: