Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июль 2018, 18:45

Ҡариҙелдәр малдарға япраҡ аҙыҡ әҙерләй

Хеҙмәт коллективтары ярҙамы менән ауыл хужалығы предприятиеларына япраҡ аҙыҡ әҙерләү Ҡариҙел районында күптән традицияға әйләнде. Быйыл 60 тонна кәрәк булһа, 47-һе әҙерләнгән дә инде. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә коллективтар япраҡ бәйләп тапшырҙы ла инде. Район хакимиәте коллективы иң яҡшыһы тип табылды. Хакимиәт башлығы Илдар Ғарифуллин етәкселегендә 50 кеше Байҡыбаш һәм Яугилде ауыл Советтары коллективтары менән берлектә дүрт тоннанан артыҡ аҙыҡ әҙерләне.