Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2018, 13:56

Ҡариҙел ҡыҙы Регина Яҡупова Белоруссияла Спартакиадала көмөш миҙал яуланы

Ҡазан федераль университетының “Ҡазан юлбарыҫтары” студент спорт клубы ағзаһы Регина Яҡупова Белоруссияла Жлобин ҡалаһында студенттарҙың еңел атлетика буйынса Спартакиадаһында көмөш миҙал яуланы.

Регина еңел атлетикаға һөйөү уятыуҙа Ҡариҙел 2-се урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы Э. Ғилмуллиндың хеҙмәтен билдәләй. Ул тренеры менән тыуған мәктәбе, һуңыраҡ район данын республика һәм Рәсәй ярыштарында яҡланы. Регина уҡыуҙа ла һынатманы. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты.

2015 йылда Регина Яҡупова Ҡазан федераль университетына “Тарих, инглиз теле” белгеслеге буйынса уҡырға инде. Юғары уҡыу йортонда ла белемгә ынтылыусан студент үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Ул волонтер ҙа, университеттың UNIVER TV телеканалы алып барыусыһы ла. Уҡытыусылары һәм курсташтары Регинаны аҡыллы, яуаплы, лидер сифаттарына эйә булғаны өсөн ярата һәм хөрмәт итә.

Регина спортҡа ла күп ваҡытын бүлә, төрлө ярыштарҙа, студент спорт клубтары ассоциацияһы чемпионатында ҡатнаша. Еңеүҙәре һәм наградалары бихисап. Күптән түгел Белоруссияла студент йәштәр спартакиадаһында 100 метрға йүгереүҙә көмөш миҙал яуланы.

Ҡыҙҙары өсөн ата-әсәһе лә бик һөйөнә. Рәфиҡ Әхмәткамал улы “Сургутнефтегаз” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә нефтсе, әсәһе Рәмидә Камил ҡыҙы район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә баш бухгалтер булып эшләй. Шулай уҡ уның университетта уҡыған апаһы Алһыу һәм 7-се класты тамамлаған ҡустыһы Самир ҙа бар. Тырыш ҡыҙ менән олатаһы-өләсәһе лә ғорурлана.

Люция Карамова.
Читайте нас: