Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2018, 14:38

Йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләре

Кисә Башҡортостандың күп райондары буйлап йәшенле ямғырҙар уҙҙы. Көслө ел хужалыҡтарға зыян килтерҙе. Башҡортостандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бөгөн дә халыҡҡа елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртеп, смс-хәбәр ебәрҙе. Шуның өсөн йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрөп үтәйек. Ябай хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләрен үтәү һеҙҙең һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡаласаҡ.


— Асыҡ урында һәм һыу буйында ҡалырға тырышмағыҙ.


— Асыҡ яланда булһағыҙ, сүгәләп ултырығыҙ ҙа эмбрион рәүешен алығыҙ, аяҡтар бергә булһын.


— Металл әйберҙәргә ҡағылмағыҙ- кеҫәгеҙҙәге асҡыс, ваҡ аҡса һәм башҡа тимер әйберҙәрегеҙҙе бер нисә метр алыҫлыҡҡа һалып тороғоҙ.


— Ағас төбөндә тормағыҙ. Aғac яынан ике -өс метрҙан артығыраҡ араға китеп тороу хәйерлерәк.


— Зонт аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙҙа ҡармаҡ, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ булмаһын, сөнки был әйберҙәр йәшенде үҙенә тарта.


— Кеҫә телефонынан һөйләшмәгеҙ, уны бөтөнләй һүндерегеҙ: ул ебәргән һәм ҡабул иткән радиотулҡындар йәшенде үҙенә йәлеп итеүе бар.


— Электропроводтарға, йәшенде кире ҡағыусы ҡоролмаларға, водостоктарға, антенаға яҡын тормағыҙ.


— Өйҙә булһағыҙ, телевизор, радио, электр һәм газ приборҙарын һүндерегеҙ.Тәҙрә эргәһендә тормағыҙ. Мейескә ут яҡмағыҙ.


— Ямғыр үтеп киткәнен туҡтап торған машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин. Транспорт сараһы эсенә йәшен үтеп инмәй, тик тәҙрәләрҙе ябырға, радиоприемниктың антеннаһын төшөрөргә кәрәк.

Сулпан Ғилметдинова әҙерләне.
Читайте нас: