1941 йылдың 22 июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.
Белһәгеҙсе, әсәй нисек көттө
Хатта "ҡара ҡағыҙ"ҙан һуң
Әле лә ул көтөп ята төҫлө
"Әсәй..." тигән тауыштарын.
Тыуған ерҙә әсәй эргәһенә —
Тау башына аяҡ атланыммы,
Барып етмәҫ борон һорар төҫлө:
"Балам, ағаң ҡайтманымы?.."
Әсәй, әсәй, әсәй, башҡа берәй
Еңелерәк һорау тапманыңмы?..