Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2018, 19:17

Асҡын районына Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов килде

Салауат Тәлғәт улына райондың алты кешеһе шәхси һәм йәмәғәт һорауҙары менән мөрәжәғәт итте. Салауат Сәғитов мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау һорауҙары буйынса яуаплы, ветерандар, инвалидтар һәм профсоюз ойошмалары эштәре лә уның күҙ уңында. Был көндө уға юлдарҙы ремонтлау, газ үткәреү һорауҙары менән дә мөрәжәғәт иттеләр.
Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте премьер-министры урынбаҫары Асҡын район дауаханаһында, район Мәҙәниәт йортонда булды. Уны эш сәфәрендә район етәксеһе Фларит Усманов оҙатып йөрөнө.
Наилә Имаева.
Читайте нас: