Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2018, 22:11

Асҡын районы Солтанбәк мәктәбе уҡыусылары район буйлап сәйәхәт итте

Солтанбәк мәктәбенең беренсе класс балалары уҡыу йылының һуңғы көнөндә ата-әсәләре менән ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәткә сыҡты. Иң тәүҙә улар «Танып» шифаханаһында булып, шифалы батҡаҡ, көкөртлө водород менән дауалау бүлмәләрен, тоҙ шахтаһын, тренажер залын, ҡышҡы баҡсаны күрҙе. Шулай уҡ бәләкәс ҡунаҡтар өсөн 5-се һанлы "Ҡаҙансы" минераль һыу сығанағы цехына ла экскурсия ойошторҙолар. Ә район үҙәгендә Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ноғоманова ҡаршыланы балаларҙы.Ул музей һәм уның тарихы менән таныштырҙы, районыбыҙҙың ғорурланырлыҡ кешеләре тураһында һөйләне. Балаларға бигерәк тә пионерҙар мөйөшө оҡшаны. Улар атайҙарының борғо ҡысҡыртыуын, оҫта итеп барабан һуғыуын шатланып ҡабул итте. Уның менән Еңеү паркында ла булдыҡ. Әнзирә Мөкәрәм ҡыҙы бында Бөйөк Ватан һуғышы һәм фронтовиктар, граждандар һуғышы ҡорбандары ҡәбере тураһында һөйләп үтте. Артабан Асҡын үҙәк мәсетенә индек.

Ошо матур һәм фәһемле үткән көн өсөн шифахана етәкселегенә, Әнзирә Ноғомановаға һәм ата-әсәләргә рәхмәтемде еткерәм.

Алһыу Фәрәхова.
Читайте нас: