«Башҡортостан продукты» билдәһенә эйә булған 14 предприятие «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары» конкурсында ҡатнашыуға ғариза тапшырған, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында. Улар конкурсҡа ыҫланған балыҡ, балыҡ пресервалары, һөт һәм һөт өҫтө, икмәк, сироптар, йомшаҡ фермер сырҙары, тауыҡ йомортҡаһы, татлы аҡ май, лимон, ҡымыҙ, минерал һыу, бройлер ите, хәләл сосискалар, соустар тәҡдим иткән.
«Аҙыҡ-түлек тауарҙары»нан тыш, конкурста «Етештереү-техник тәьминәте продукцияһы», «Халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары (шул иҫәптән – халыҡ һәм художество кәсептәре тауарҙары)», «Халыҡ өсөн хеҙмәттәр», «Етештереү-техник тәғәйенләнештәге хеҙмәттәр» кеүек номинациялар бар.