Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2018, 11:50

Өфө Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең VII съезын ҡабул итергә әҙерләнә

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең VII съезы үтә. Муниципалитет вәкилдәре республиканың баш ҡалаһында 20 апрелдә йыйыла.

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең VII съезы үтә. Муниципалитет вәкилдәре республиканың баш ҡалаһында 20 апрелдә йыйыла.
Съезд урындағы үҙидара өлкәһендә мөһим бурыстарҙың береһе – муниципаль идаралыҡ сифатын һәм урындағы үҙидара органдары граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү, халыҡ үҙенең социаль һәм иҡтисади хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу маҡсатында ҡабул иткән ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы тикшереү өсөн уникаль майҙансыҡ булып тора.
Сарала ҡатнашыу өсөн ғәҙәттәгесә делегаттар – муниципалитет, федераль һәм республика дәүләт власы органдары вәкилдәре йыйыла. Улар ыңғай тәжрибә менән уртаҡлаша, муниципалитет эшенә ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙарҙы тикшерә һәм киләсәккә төп бурыстарҙы билдәләй.
Съезда ҡатнашыусыларҙы йөкмәткеле программа көтә. Төрлө саралар күҙалланған. Идара рәйесенең 2017-2018 йылдарға Совет эшмәкәрлеге тураһында отчет биреү, шулай уҡ яңы срокка берләшмәнең етәкселек органдарын һайлау һәр ваҡыттағыса пленар өлөштөң үҙәк мәсьәләләре булып тора. Һөҙөмтәләр буйынса йомғаҡлау документы ҡабул ителә. Уға муниципаль эшмәкәрлектең һәр йүнәлешен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр инә.
VII Съезд быйыл Урындағы үҙидара көнөн байрам итеүгә бәйле булыуы менән республиканың муниципаль берләшмәһе өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Съезд алдынан муниципаль хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын һәм «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы еңеүселәренә дипломдар тапшырыу тантанаһы үтә.
Шул уҡ көндө съезда ҡатнашыусыларға Рәсәй төбәктәренең һәм муниципаль берәмектәрҙең экспозицияһы, Ғаилә йылына һәм Ирекмәнлек йылына арналған стендтар, шулай уҡ роботехника күргәҙмәһе тәҡдим ителә. Бынан тыш, ҡатнашыусылар республиканың Кадрҙарға тест үткәреү үҙәге үткәрәсәк тест ярҙамында ҡануниәт буйынса белемен тикшерә ала. Көн Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары һәм дәүләт, муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында художество үҙешмәкәрлеге буйынса республика конкурсы еңеүселәренең концерты менән тамамлана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.