Республика хөкүмәте 2018 йылда «Үҙ һөнәре буйынса иң оҫтаһы» конкурсын үткәреү тураһында иғлан итте. Тейешле бойороҡ 16 апрелдә Башҡортостандың рәсми хоҡуҡ мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Быйыл иң яҡшыһы исеме өсөн иретеп йәбештереүселәр, химик анализ лаборанттары, слесарь-сантехниктар, ҡымыҙ бешеүселәр, кондитерҙар һәм ташсылар көс һынаша.
Резерв сифатында «Иң яҡшы урман ҡырҡыусы» һәм «Иң яҡшы троллейбус водителе» номинациялары ҡаралған, тип билдәләнә документта.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.