Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2018, 12:25

Өфөлә «Бәләкәй төҙөүсе» үҙенсәлекле балалар майҙансығы асылды

Балалар иғтибарын төҙөлөш тармағы һөнәрҙәренә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән «Бәләкәй төҙөүсе» беренсе тематик балалар майҙансығы Башҡортостан Республикаһында асылды. Төҙөлөш техникаһы формаһындағы әйберҙәр менән уйын киңлеге «Мин – буласаҡ төҙөүсе!» проекты сиктәрендә эшләнгән, тип хәбәр итте Рәсәй Төҙөлөш министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт советы рәйесе Сергей Степашин ведомствоның киңәйтелгән ултырышында.

Төҙөлөш тематикаһында биҙәлгән уйын зонаһында балалар өсөн уйын төҙөлөш элементтары – башня краня, самосвалдар, экскаваторҙар һәм башҡа төҙөлөш техникаһы урынлашҡан. Бөтә ҡорамалдар ҙа хәүефһеҙ һәм балаларға уйын ваҡытында ҡулланырға мөмкин.
«Моғайын, балаларҙы кесе йәштән уҡ тармаҡҡа йәлеп итергә кәрәк һәм майҙансыҡ төҙөүсе һөнәре менән уйын аша танышыу мөмкинлеге бирә. Төбәктәрҙең был башланғысты күтәреп алыуҙары мөһим һәм беҙ Йәмәғәт советы тарафынан оҡшаш проекттарға кәрәкле ярҙам күрһәтербеҙ», — тип билдәләне Сергей Степашин.
Балалар майҙансығы ҡорамалдары юғары сифатлы материалдарҙан эшләнгән һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә: уйын зонаһы махсус һаҡлағыс ҡатлам менән ҡапланған, ул йәрәхәт алыу мөмкинлегенә юл ҡуймай. Майҙансыҡ ҡорамалдарында осло мөйөштәр юҡ, ә бейеклектә урынлашҡан уйын зоналары махсус ҡоймалар менән кәртәләнгән.
«Бәләкәй төҙөүсе» балалар төҙөлөш майҙансығын асыу «Мин – буласаҡ төҙөүсе!» проектын ғәмәлгә ашырыуҙа төп этаптарҙың береһе булды. Быйыл проекттың эшсе төркөмө менән медиа үҫеш күҙалланған, атап әйткәндә, төҙөлөш тармағы һөнәрҙәре хаҡында документаль фильм сығарыу планлаштырыла.
Белешмә. Ҡала үҙәгендә Цюрупа урамында урынлашҡан «Бәләкәй төҙөүсе» балалар майҙансығын Рәсәй Төҙөлөш министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт советы «Беренсе трест» компаниялар төркөмө менән берлектә эшләгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: