Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2018, 16:37

Башҡорт дәүләт университетында II Матбуғат фестивале үтә

20 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә II Матбуғат фестивале үтә. Журналистика кафедраһы мәғәриф, ижади һәм интерактив аспекттарҙан торған бай йөкмәткеле программа әҙерләгән.

20 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегендә II Матбуғат фестивале үтә. Журналистика кафедраһы мәғәриф, ижади һәм интерактив аспекттарҙан торған бай йөкмәткеле программа әҙерләгән.
«Берләшкән двигателдәр эшләү корпорцияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте корпоратив коммуникациялар идаралығының йәмәғәтселек менән элемтә буйынса белгестәре студенттарҙы матбуғат релиздары яҙырға өйрәтәсәк. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Максим Родионов енәйәти күрһәтмәле яңылыҡтар әҙерләү һәм енәйәти эштәрҙе мәғлүмәти оҙатыу үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйәсәк.
«Истоки» гәзитенең баш мөхәррире, шағир, яҙыусы, блогер Айҙар Хөсәйенов «Гәзит йәки блог?» тип исемләнгән һүҙ көрәштереү майҙансығында эшләйәсәк.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Артур Вәлиев НТВ, СТС, «Беренсе канал» кеүек телеканалдарҙа, шулай уҡ Ҡытай телевидениеһында эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Шулай уҡ студенттар тележурналист һәм хоккей комментаторы Азамат Моратовтың ижади оҫтаханаһына күҙ һала аласаҡ.
Гәзитте нисек табышлы итергә? Был турала Учалы мәғлүмәт үҙәге директоры, гәзиттең тәжрибәле баш мөхәррире Фәнисә Таһирова менән осрашыуҙа һүҙ барасаҡ.
«Спутник ФМ» радиостанцияһы алып барыусыһы Яна Сотникова менән интерактив, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусылары Лилиә Ҡурамшина һәм Фаягөл Дәүләтйәрова менән ижади осрашыу күҙалланған.
Кафедра мөдире Рәшиҙә Мәһәҙиева һүҙҙәренсә, студенттар үҙҙәрен фотохәбәрсе һәм теле, видеооператор ролендә һынап ҡарай аласаҡ. Матбуғат фестивале тамамланғас фотоотчет менән күргәҙмә ойоштороу күҙаллана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.