Өфө “Урал” республика халыҡ сәнғәте галереяһында Бөрө ҡалаһының “Ебәк юлы” (“Шелковый путь”) туҡыма туҡыу үҙәге “Традицияларҙы тергеҙгәндә” исемле интерактив күргәҙмә асты. Унда үҙенсәлекле ҡул эшенә өйрәнергә, станоктарҙы реставрациялау серҙәренә төшөнөргә мөмкин. Күргәҙмә ике аҙна эшләйәсәк.