Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2018, 13:39

Республиканың бюджет аҡсаларын депозиттарҙа урынлаштырыуҙан ингән табышы 3 миллиард һум тәшкил итте – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостандың ваҡытлыса буш бюджет аҡсаларын депозиттарҙа урынлаштарыуҙан ингән табышы 2017 йылда 3 миллиард һум самаһы тәшкил итте. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Красноярскиҙа иҡтисади форумда ТАСС агентлығына интервьюла белдерҙе.

Башҡортостандың ваҡытлыса буш бюджет аҡсаларын депозиттарҙа урынлаштарыуҙан ингән табышы 2017 йылда 3 миллиард һум самаһы тәшкил итте. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Красноярскиҙа иҡтисади форумда ТАСС агентлығына интервьюла белдерҙе.
— Аҡсалар Һаҡлыҡ банкы, ВТБ, Газпромбанк кеүек ҙур-ҙур банктарҙа ята. Республика ғөмүмән аҡсаны бәләкәй банктарҙа тотмай. Билдәле бер сумманың йыйылыуы һуңғы йылдарҙа һалым базаһының артыуы, беҙгә «Башнефт»тең ярҙам итеүе менән бәйле. Бынан тыш, беҙҙә бер аҙ профицит бар, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шул рәүешле, ваҡытлыса буш бюджет аҡсаларын урынлаштырыуҙан бюджеттың өҫтәмә табышы 3 миллиард һум самаһы тәшкил итте.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, алынған аҡсалар социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә.
— Сығымдар йыйымы бюджетыбыҙ менән билдәләнгән, – тип аңлатты Рөстәм Хәмитов. – Был тик социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, атап әйткәндә, дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, инфраструктура объекттары төҙөлөшө.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Аналитика кредит рейтинг агентлығы (АКРА) баҫтырып сығарған тикшеренеүҙәргә ярашлы, 2017 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең туғыҙ төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, аҡсаларҙы депозиттарҙа урынлаштырыуҙан ингән табыш бурыстарҙы хеҙмәтләндереү сығымдарынан уҙып киткән. Бынан тыш, РБК мәғлүмәттәре буйынса, республика финанс резервтары булған 11 төбәк иҫәбенә инә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: