Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2018, 18:11

Республикала ҙур йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә башланы

Республикала көндәр йылытыуға бәйле, ҙур йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә башланы. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының 16 апрелгә биргән мәғлүмәтенә ярашлы, тәүлек эсендә Сәрмәсән йылғаһы (Яңы Йомран ауылы) — 724 сантиметрға, Ағиҙел (Өфө) 67 сантиметрға күтәрелеп, 349 сантиметрға еткән, Инйәр йылғаһы — 188, (+5 сантиметр), Дим йылғаһы (Бочкарев) 506 сантиметр (+55) тәшкил итә.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, алдағы ял көндәрендә көндәрҙең аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Башҡортостандың күпселек райондарында һауа температураһы төндә уртаса -3, көндөҙ +8 градус.
Бына алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостанда ташҡындың икенсе тулҡыны һәм йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеү ихтималлығы хаҡында хәбәр итте. Был турала республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: