Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2018, 16:57

Башҡорт ҡыҙы «Рәсәй һылыуҡайы-2018» конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды

Земфира Байдәүләтова «Рәсәй һылыуҡайы-2018» милли матурлыҡ конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды. Был хаҡта «Һылыуҡай-Bashkirian Beauty» студияһы директоры Линара Таһирова хәбәр итте.

Земфира Байдәүләтова «Рәсәй һылыуҡайы-2018» милли матурлыҡ конкурсында иң яҡшы милли кейем өсөн дипломға лайыҡ булды. Был хаҡта «Һылыуҡай-Bashkirian Beauty» студияһы директоры Линара Таһирова хәбәр итте.


19 йәшлек Земфира Байдәүләтова 70 мең ғаризанан тәүге 20 исемлегенә инде. Интернетта тауыш биреүҙә Земфира етенсе урынға сыҡты.

Земфира — ғаиләлә һигеҙенсе бала, уның алты ағаһы һәм бер апаһы бар. Ҡыҙҙың яратҡан китаптары — Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ»ы, Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм солох»ы, яратҡан фильмы — Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән». Һылыуҡай баскетбол уйнарға ярата.

14 апрелдә «Барвиха Luxury Village» концерт залында «Рәсәй һылыуҡайы» милли матурлыҡ конкурсы финалының 26-сы тантанаһы уҙҙы. Уның темаһы сәнғәттә матурлыҡ тип аталғайны. «Рәсәй һылыуҡайы» тарихында тәүге тапҡыр ҡатнашыусылар симфоник оркестры көйө аҫтында сәхнәгә сыҡты. Жюриҙа илдең ижади элитаһы вәкилдәре ине. Еңеүсенең яңы тажын күрһәттеләр. «Рәсәй һылыуҡайы» исеменә Сыуашстан ҡыҙы Юлия Полячихина лайыҡ булды.

Земфира Байдәүләтованы дәртләндерергә «Bashkirian Beauty» студияһы дирекцияһы Линара Таһирова, Альбина Усманова, шулай уҡ былтыр «Рәсәй һылыуҡайы» конкурсында икенсе вице-мисс исемен алған Альбина Әхтәмова ла килгәйне.

«Быйыл беҙ илдең төп матурлыҡ конкурсында өсөнсө тапҡыр ҡатнаштыҡ. Әлбиттә, Альбина Әхтәмованың былтырғы уңышынан һуң Земфира Байдәүләтоваға еңелдән булманы. Етди иғтибар, сағыштырыуҙар, ҙур яуаплылылыҡ. Беҙ Земфираға ышандыҡ, һәм ул мөмкин булғандың барыһын да эшләне, һәр саҡ позитив, йөҙөнән йылмайыу китмәне! — тине Линара Таһирова. — Бөтә Рәсәй һайлап алыу турын үтеү, 70 ғаризанан илебеҙҙең тәүге 50, һуңынан 20 һылыуҡайы исемлегенә инеү — уңыш ҡына түгел, республикабыҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ. Земфира өсөн тауыш биргән, дәртләндергән һәм илһамландырған кешеләргә ҙур рәхмәт әйткем килә! Был — беҙҙең дөйөм еңеү!

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: