Быйыл баш ҡалала 31 майҙансыҡта 1 906 кеше «Тоталь диктант» яҙҙы. Уларҙан – 1863 рус телен йөрөтөүсе ҡатнашыусы 30 майҙансыҡта диктант һәм рус телен өйрәнеүсе 46 сит ил вәкиле махсус бүленгән майҙансыҡта TruD тест яҙҙы.
Сағыштырыу өсөн: былтыр Өфөлә 1 547 кеше «Тоталь диктант» яҙған.
«Диктанттан һуң профессиональ филологтар командаһы шунда уҡ эштәрҙе тикшереүгә тотондо. Билдәләрҙе 18 апрелдән һуң totaldict.ru сайтының Өфө сәхифәһендә белергә мөмкин. Тимәк, отличниктар һаны был аҙна һуңына – 19-20 апрелгә билдәле була. Бишлегә яҙғандарҙы яҡынса май башында бүләкләү күҙаллана», — тип хәбәр итте мәғариф акцияһын ойоштороусыларҙың береһе Әлфиә Ҡотлоева.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.