Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2018, 18:28

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә

Кесе йома, 19 апрелдә киске сәғәт 7-лә тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. «Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-24. Башҡортостан», «Вся Уфа» телеканалдарында ҡарарға, «Спутник FM», «Рәсәй радиоһы. Башҡортостан» радиостанцияларында тыңларға мөмкин.

Республика халҡы менән әңгәмә барышында Башҡортостан Башлығы төбәктең социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси тормошона ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк.
Рөстәм Хәмитовҡа һорауын тапшырыуға саҡырылған ҡунаҡтар ғына түгел, ә Рәсәй ҡаларынан тура бәйләнешкә инеүселәр, шулай уҡ шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәгенә шылтыратҡан Башҡортостан халҡы бирә ала. Тапшырыуға хәбәрҙәрҙе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан», «Вся Уфа» телеканалдары сайттарында махсус форманы тултырып, ебәрергә мөмкин. Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар тура эфир барышында яңғыраясаҡ.
Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге 12 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙә эшләй башлай һәм тапшырыу аҙағынаса дауам итә. Уға көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем 8–800–347–03–47 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай.
«Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуы республика телеканалдарында 2011 йылдан башлап эфирға сыға.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: