Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2018, 13:04

Республикала 200-ҙән ашыу һыу баҫыу осрағы теркәлгән

Апрель баштарынан республиканың 27 муниципаль берәмегендә йорт ихаталарын, өйҙәрҙе һәм юл япмаһы участкаларын ҡар һыуҙары баҫыуға бәйле граждандарҙан 234 мөрәжәғәт килгән. Был турала 9 апрелдә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Ведомство етәксеһе Бөрйән районындағы Иҫке Монасип һәм Байназар ауылдарын миҫалға килтерҙе. Был ауылдарҙа бер көндә — 15 йорт ихатаһын, ә Ғафури районының Аҡкүл ауылында 17 йортто һыу баҫҡан.
«Ҡар һыуҙары баҫҡан урындарҙы бөтөрөү менән коммуналь, юл һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәре шөғөлләнә, — тип билдәләне Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе. — Мәҫәлән, Өфө биләмәһендә 9 апрелгә ҡарата теркәлгән 57 һыу баҫҡан урындың 49-ы бөтөрөлгән. Ҡалған һигеҙ осраҡ контролгә алынған. Өфө районы хакимиәте бер ниндәй ҙә эш алып бармай. 7 апрелдә «Ҡояшлы ялан» баҡсасылыҡ ширҡәтендә 18 участка һыу аҫтында ҡалған, унда 6 кеше йәшәй, уларҙың берәүһе — бала. Район хакимиәте был биләмәнән һыуҙы һурҙырыу буйынса бер ниндәй ҙә сара күрмәгән. Әле һыуҙы федераль янғын хеҙмәте бүлексәләрҙе һурҙыра».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: