Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2018, 14:31

Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара двигателдәр эшләү форумында Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы күргәҙмәһендә булды

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмә комплексында барған Халыҡ-ара двигателдәр эшләү форумында Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы экспозицияһында булды.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ВДНХ күргәҙмә комплексында барған Халыҡ-ара двигателдәр эшләү форумында Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы экспозицияһында булды.

Быйыл 10 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы форумдың ойоштороусыһы һәм генераль бағыусыһы булып сығыш яһай. Күргәҙмәлә холдинг авиация, диңгеҙ һәм ер өҫтө двигателдәре өлкәһендә өр-яңы асыштарын тәҡдим итте. Экспозиция хәрби авиация өсөн двигателдәрҙән алып сәнәғәт тәғәйенләшендәге газ турбинаһы ҡоролмаларына тиклем корпорация эшенең бөтә төп йүнәлештәрен сағылдыра.

Форумда холдингтың Өфө предприятиеһы – «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте лә ҡатнаша. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы экспозицияһы сиктәрендә ул самолеттарға форсаждан тыш үтә тауышлы тиҙлек үҫтереү мөмкинлеге биргән АЛ-41Ф-1С двигателе макеты менән таныштыра.

Күргәҙмәлә корпорацияның башҡа двигатель макеттары – РД-33МК, ПД-14, ВК-2500, ТВ7-117СТ тәҡдим ителгән. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе кооперцияла уларҙы барлыҡҡа килтереү буйынса ҡатнаша.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.