Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2018, 11:39

Бөгөн дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр: елдең секундына 20 метрға етеүе ихтимал

Бөгөн, 9 апрелдә, Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе көндө төбәк биләмәһендә елдең секундына 20 метрға етеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, күреү мөмкинлегенең 1-2 саҡрымға тиклем насарайыуы көтөлә.

Бөгөн, 9 апрелдә, Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе көндө төбәк биләмәһендә елдең секундына 20 метрға етеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, күреү мөмкинлегенең 1-2 саҡрымға тиклем насарайыуы көтөлә.
Республика халҡына автомобиль техник йәһәттән ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ буйынса хәрәкәт итергә әҙер бумағанда мөмкин тиклем автомобилдә сыҡмаҫҡа, үтә иғтибарлы булырға, арауыҡ һаҡлау һәм хәүефһеҙ тиҙлек режимын һайлау хаҡында хәтерҙә тоторға кәңәш ителә. Тәжрибәһе булмаған водителдәргә – руль артында сәфәрҙән тыйылыу, йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда йәки уның янынан барғанда ныҡ аяу булыу зарур.
Ел ҡапыл иҫкәндә йортта электр селтәрҙәренең һәм ҡорамалдарҙың, йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә; эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәте, телефон элемтәһе төҙөклөгөн тәьмин итергә, янғынға ҡаршы инвентарь әҙерләргә кәңәш ителә.
Көслө ел иҫкәндә электр тапшырыу линияһы аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын барыу ғүмер өсөн ғәүефле. Балаларға өлкәндәрһеҙ урамға сығыу рөхсәт ителмәй. Оло йәштәгеләргә һәм ауырыу кешеләргә саф һауала йөрөүҙән тыйылып тороу зарур. Электр тапшырыу линияһында өҙөк асыҡланғанда йәки энергия, газ, һыу, йылылыҡ тәьминәтендә өҙөклөк булғанда берҙәм ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр телефоны буйынса ҡала телефонынан – 01, мобиль телефондан – 101 һандарына шылтыратығыҙ, тиң кәңәш бирә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: