Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2018, 13:35

Июль айынан эскән водителдәрҙе 0,3 промилле өсөн яуаплылыҡҡа тарттыралар

Владимир Путин эскән килеш машина йөрөткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу шарттарын һәм водителдең ҡанында алкоголдең эквивалент күрһәткестәрен билдәләне.

Владимир Путин эскән килеш машина йөрөткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу шарттарын һәм водителдең ҡанында алкоголдең эквивалент күрһәткестәрен билдәләне. Дәүләт башлығы законға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы водитель ағзаһында «концентрациялы литр ҡанда 0,3 грамм абсолют этил спирты барлығы» иң ҙур рөхсәт ителгән алкоголь нормаһы буласаҡ. Документ рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 90 көндән үҙ көсөнә инә. ТАСС мәғлүмәте буйынса, әлеге ваҡытта үпкәнән сыҡҡан һауала этил спирты литрға 0,16 миллиграмдан артҡанда йәки наркотик йәки психотроп матдәләр менән ҡулланыу осрағында кешенең иҫереүе билдәләнә. Был осраҡта 30 мең һум күләмендә штраф менән ике йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү формаһында административ яуаплылыҡ ҡаралған.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.