Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2018, 18:50

Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә фестиваль, «Deep Forest» төркөмөнөң килеүе, республиканың 100 йыллығына поэмалар конкурсы – Башҡортостан башлығы гранттарына эйә булыусылар иғлан ителде

2018 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан башлығы гранттары тапшырыла. Тейешле документ республиканың Мәҙәниәт министрлығы сайтында баҫылған. Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бөтәһе 3,6 миллион һум йүнәлтелгән.

2018 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан башлығы гранттары тапшырыла. Тейешле документ республиканың Мәҙәниәт министрлығы сайтында баҫылған. Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бөтәһе 3,6 миллион һум йүнәлтелгән.


Түбәндәге һәр проект өсөн 270 мең һум бүленгән:


— Башҡортостан Республикаһы дәүләт (муниципаль) власть органдары хеҙмәткәрҙәре араһында «Ғорурланам һинең менән, Башҡортостан!» художестволы үҙешмәкәрлек смотры;


— Республиканың 100 йыллығына ҡарата «Минең данлы Башҡортостаным!» поэмалар конкурсы;


— «Башҡорт эстрадаһы легендалары» концерт-гастроль проекты. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының 80 йыллығына;


— «Deep Forest» төркөмө (Франция) ҡатнашлығында Бөтә донъя фольклориадаһы хаҡында мәғлүмәт биреү һәм уны популярлаштырыу буйынса халыҡ-ара проект;


— Милли симфоник оркестрҙың концерт проекты — «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Ф. Пуленктың «Человеческий голос» моноопераһын ҡуйыу.


Ошо проекттар 90 мең һум ала:


— «Бөтә донъя фольклориадаһы CIOFF — 2020 логотибын һәм брэндбук эшләү»;


— «ЛиФФт» төбәк әҙәби журналы;


— «Matur design mall» күргәҙмәһе барышында «Заманса социомәҙәни киңлектә дизайн һәм архитектура» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын ойоштороу, конференция йомғаҡтары буйынса каталог-йыйынтыҡ баҫтырып сығарыу;


— Титуляр советник һәм кавалер Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың мәғлүмәттәре менән Йомран-Табын волосы башҡорттары шәжәрәһенең программа-аппарат комплексы;


— Башҡорт традицион музыкаһын башҡарыусылар фестивале;


— III «Мәргән уҡсы» халыҡ-ара фестивале;


— «Туй йолаһы» фестиваль-конкурсы;


— «Беҙ — Башҡортостандан» республика кинофорумы;


— Башҡортостан музейҙары өсөн «Музей-3 автоматлаштырылған системаһы» һәм «Рәсәй Федерацияһы Музей фондының дәүләт каталогы» программалары буйынса универсаль белем биреү комплексын булдырыу;


— «Дәрүишхан» рок төркөмө солисы Дим Ҡоләхмәтов исемендәге фестиваль;


— «Туған тел — тылсымлы шишмә» этномәҙәни әҙәби-театрлаштырылған интерактив тамаша;


— Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә төбәк-ара «Онотолор тимә...» башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы;


— «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» аудиояҙмаһы;


— Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһында «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале — 2017» фотокүргәҙмәһен ойоштороу;


— «Исповедь солдата» документаль фильмы;


— «Республика һуҡырҙар китапханаһы ҡулланыусылары һәм дуҫтары өсөн Интернет-китап яратыусылар клубы»;


— «Тере һүҙ». Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың үҙе уҡыуында шиғырҙар. Шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар. Тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышлана (аудиоальбом).


— «Стигматы» диптихы;


— «Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһындағы Үҫмерҙәр үҙәгендә Өфө филофонистар клубын тергеҙеү;


— Халыҡ-ара ҡатнашлыҡта «Сәсәндәр әйтеше» Бөтә Рәсәй фестивале;


— «Уяв» сыуаш мәҙәниәте байрамын үткәреү;


— Ижади оҫтаханалар һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты тарихы буйынса материалдар йыйынтығын баҫтырыу;


— «Башҡорт әҙәбиәте — ҡыҙыҡһыныу территорияһы» йәштәр фестивале;


— «XXI быуатта фән сәнғәт тураһында. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығына» йәштәр фәнни-мәғариф форумы;


— Башҡортостанда кинопленка технологияһы нигеҙендә төшөрөлгән фильмдарҙы һанлы форматҡа күсереү юлы менән республика кинофондын һаҡлап ҡалыу.

"Башинформ"дан.
Читайте нас: