Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2018, 19:07

Башҡортостанда республика Конституцияһын ҡабул итеүгә 25 йыл тулыуға арналған саралар уҙғарыла

Башҡортостанда республика Конституцияһын ҡабул итеүгә 25 йыл тулыуға арналған саралар уҙғарыла. Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡултамғаһы ҡуйылған тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, ойоштороу комитетының составы, Башҡортостан Конституцияһының 25 йыллығына арналған саралар әҙерләү һәм үткәреү планы раҫланырға тейеш. Ойоштороу комитетын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев етәкләй.

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә юбилей датаһын байрам итеүгә бағышланған саралар планын әҙерләргә тәҡдим ителгән. Саралар тейешле ҡаҙналар, башҡарыусылар сметаһы һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә финанслана.

"Башинформ"дан.
Читайте нас: