Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель 2018, 18:22

Владимир Путинға Рәсәй Президенты танытмаһы тапшырылды

Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Элла Памфилова Кремлдәге осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путинға яңы вәкәләттәр мөҙҙәтенә дәүләт башлығы танытмаһын тапшырҙы. Илдең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе ғәмәлдәге дәүләт башлығын ышаныслы еңеүе менән ҡотланы.

Владимир Путин уҙған президент һайлауына баһа бирҙе. Уның фекеренсә, был Рәсәй тарихында иң таҙа һәм асыҡ һайлау булған.
«Күптәр әйтеүенсә, быйыл илебеҙ тарихында иң асыҡ, иң таҙа һайлау булғандыр, моғайын, — тине ул. — Бында, һис һүҙһеҙ, һеҙҙең, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә эшләгән бөтә һайлау комиссиялары ағзаларының өлөшө ҙур».
Дәүләт башлығы Үҙәк һайлау комиссияһына эште юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Һайлау кампанияһы барышында эшләгән барлыҡ коллегаларығыҙға рәхмәт әйткем килә. Был илебеҙ өсөн мөһим ҙур дөйөм милли эш булды, — тине Владимир Путин.— Дөйөм фекер буйынса, әлеге эш техник яҡтан тыш, ойоштороу йәһәтенән дә юғары кимәлдә уҙҙы».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.