Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель 2018, 18:51

Майҙа һәм июндә байрам көндәре хаҡында

1 Майҙы байрам итеүгә бәйле рәсәйҙәр киләһе айҙың тәүге аҙнаһында дүрт көн рәттән ял итә, тип иҫкә төшөрә Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт.
Ял көндәре йәкшәмбе 29 апрелдән башлана һәм шаршамбы 2 майға тиклем дауам итә.
Шәмбе — 28 апрелдәге ял көнө дүшәмбе — 30 апрелгә күсерелә.
2018 йылдың 7 ғинуарындағы ял көнө шаршамбы 2 майға күсә.
Шулай итеп, майҙың тәүге эш аҙнаһы ике генә көн дауам итә.
Ләкин 9 май — Еңеү көнөндә бер генә көн ял итәбеҙ. 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Киләһе ял көндәре 12 июндә Рәсәй көнөн байрам итеүгә бәйле. Рәсәйҙәр өс көн рәттән — 10-нан 12 июнгә тиклем ял итә, тип яҙа «Известия» гәзите.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: