Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2018, 12:00

Яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөүгә 15 миллиард һум йүнәлтеләсәк

Алдағы йылдарҙа республикала яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөүгә 15 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы ултырышында белдерҙе.

— Алдағы өс йылда 10-дан ашыу яңы объект төҙөүгә 15 миллиард һум йүнәлтергә күҙаллайбыҙ. Был байтаҡ ҙур сумма, – тине төбәк етәксеһе. – Республиканың ҙур, ҡеүәтле булыуы аңлашыла. Беҙ ошо аҙымға онкология диспансерында, кардиология үҙәгендә яңы корпустар, балалар поликлиникалары, муниципалитеттарҙа хирургия корпустары кәрәк булғанға барабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, ошо йүнәлештә эшләр өсөн 15 миллиард һум табабыҙ.
Шуның менән бергә республика Башлығы был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн федераль ярҙамдың мөһимлеген билдәләне.
— Шуға ҡарамаҫтан, федераль ярҙам булһа, беҙ унан баш тартмайбыҙ. Был беҙҙең өсөн ҙур программаға ярайһы уҡ ярҙам буласаҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.