Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2018, 16:35

Кемероволағы фажиғәнән һуң Башҡортостанда күпләп ут һүндергестәрен һатып алғандар

Кемеровоның «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә булғанфажиғәнән һуң һатыусылар янғынға ҡаршы тәғәйенләнештәге тауарҙар: утһүндергестәрен, газдан һаҡлай торған сараларҙы, янғынға ҡаршы комплекттарҙы һәмуларға кәрәк-яраҡтарҙы күпләп алыуҙарын билдәләгән.

Кемеровоның «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендә булған фажиғәнән һуң һатыусылар янғынға ҡаршы тәғәйенләнештәге тауарҙар: ут һүндергестәрен, газдан һаҡлай торған сараларҙы, янғынға ҡаршы комплекттарҙы һәм уларға кәрәк-яраҡтарҙы күпләп алыуҙарын билдәләгән. «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала ошондай һатып алыуҙар һаны бер ай алдан һатылған күләм менән сағыштырғанда биш тапҡырға артҡан.
Газдан һаҡлай торған сараларҙы һәм һаҡланыу битлектәрен йышыраҡ Краснодар крайында, Воронеж өлкәһендә һәм Мәскәүҙә алғандар. Ә ут һүндергестәрен – Пермь крайында, Башҡортостанда һәм Мәскәү өлкәһендә.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, ошо тауарҙарға чектағы уртаса сумма был ваҡыт эсендә үҙгәрмәгән тиерлек.
Ут һүндергестәр уртаса – 100-110 һум, газдан һаҡлай торған саралар (противогаз) – 1000-1100 һум, фильтрлаған ярымбитлектәр һәм респираторҙар 90-100 һум тора. Янғынға ҡаршы комплекттар иң ҡиммәт тауарҙар булып һанала – 3600-3700 һум.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Кемероволағы фажиғәнән һуң Өфө биләмәһендә урынлашҡан 50-нән ашыу объектта алдағы ай дауамында мотлаҡ тикшереүҙәр буласаҡ.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: