Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2018, 10:53

Башҡортостанда 2018 йылдың апреле ниндәй була – синоптиктар фаразы

Апрелдең тәүге көндәрендә уҡ Башҡортостанға ысын яҙ килә. Бөгөн, 2 апрелдә, термометр бағанаһы +1, +6 градус күрһәтәсәк, ә иртәгә, 3 апрелдә, көндөҙ республикала +3, +8 градусҡаса йылытасаҡ.

Апрелдең тәүге көндәрендә уҡ Башҡортостанға ысын яҙ килә. Бөгөн, 2 апрелдә, термометр бағанаһы +1, +6 градус күрһәтәсәк, ә иртәгә, 3 апрелдә, көндөҙ республикала +3, +8 градусҡаса йылытасаҡ.
Айҙың тәүге яртыһында көндөҙгө һауа температураһы плюс 3-6, төнгөһө 0-6 градус булһа, икенсе яртыһында һауа температураһы ҡайһы бер көндәрҙә +20 градусҡа тиклем йылыныуы ихтимал, тип фаразлай метеорологтар.
Апрелдең тәүге ун көнө тотороҡһоҙ, дөйөм айҙа яуым-төшөм норманан 20-30 процентҡа юғары булыуы көтөлә.
”Башинформ”дан
Читайте нас: