Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2018, 13:30

Рөстәм Хәмитов Өфө сауҙа үҙәктәренең береһендә хәүефһеҙлек мәсьәләләрен тикшерҙе

Кисә Өфө буйлап эш сәфәре барышында БашҡортостанБашлығы Рөстәм Хәмитов «Тирәктәр» сауҙа йортонда булды.Ул комплекс етәкселегеменән кешеләрҙең именлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Кисә Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Тирәктәр» сауҙа йортонда булды.Ул комплекс етәкселеге менән кешеләрҙең именлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Әңгәмә барышында төшкә тиклем сауҙа йортонда уҡыу эвакуацияһы булғаны билдәләнде.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге мәлдә республика Башлығы ҡушыуы буйынса сауҙа үҙәктәренең, концерт залдарының һәм конгресс биналарының хәүефһеҙлегенә тикшереүҙәр ойошторолған.Рөстәм Хәмитов шулай уҡ тауарҙар төрлөлөгө менән танышты, республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек барлығы һәм уларға ихтыяж кимәле менән ҡыҙыҡһынды.
Читайте нас: