Кисә Өфөнөң 32-се поликлиникаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика министрлыҡтарында «Һаҡсыл хөкүмәт» проектын тормошҡа ашырыуҙың аралаш йомғаҡтарына арналған кәңәшмә үткәрҙе.
Төбәк етәксеһе һаҡсыллыҡ нигеҙҙәре власть органдары эшмәкәрлегенә быйыл февралдә индерелә башланыуын хәтергә төшөрҙө. Һынау проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса координация советы ойошторолған. Был эштә «Росатом» дәүләт корпорацияһы әүҙем ярҙам күрһәтә.
— Дәүләт органдары эшмәкәрлеген оптималләштереү эш процесын күп тапҡырға тиҙләтеүгә, бюджет сараларын етди контролдә тотоуға, файҙаһыҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға ҡағыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Төп бурыс – власть органдары эшенең сифатын күтәреү. Быны кешеләр, граждандарыбыҙ һәм шул иҫәптән, әлбиттә, бизнес вәкилдәре тойорға тейеш. Граждандарыбыҙҙың көн һайын төрлө ведомство, контора тупһаһын тапауы беҙгә бөтөнләй кәрәкмәй, ә уларҙың тиҙ ваҡытта сифатлы хеҙмәт алыуы мөһим.
Башҡортостан Башлығы эштәре менән идара итеүсе, проект офисы етәксеһе Ринат Шәғәлин «Һаҡсыл хөкүмәт» проектында 14 дәүләт власть органы ҡатнашыуын, уларҙың һәр ҡайһыһында процестарҙы камиллаштырыу һәм стандартлаштырыу буйынса эшсе төркөм ойошторолғанын һөйләне.
— Ведомстволарҙа практик этап февраль аҙағында башланды, проект сиктәрендә оптималләштереүҙе талап иткән 50-ләгән процесс асыҡланды, – тип билдәләне Ринат Шәғәлин. – Уларҙың яҡынса өстән бер өлөшө дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән.
Бөгөнгә бөтә процестарҙың яртыһы тиерлек анализланған. «Һаҡсыл хөкүмәт» нигеҙҙәрен индереүсе власть органдарында ведомство хеҙмәткәрҙәренән һәм унда килеүселәрҙән тәҡдим йыйыу ойошторолған. Ринат Шәғәлин һүҙҙәренсә, ҡулланыусыларҙың хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын һәм тиҙлеген баһалау проект һөҙөмтәһенең төп йомғаҡлау күрһәткесе буласаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева һәм ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов ведомстволарында проектты бойомға ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
«Росатом» дәүләт корпорацияһының проект етәксеһе Владимир Арженцов проект илдең алты төбәгендә ғәмәлгә ашырылғанын хәтергә төшөрҙө. Уларҙың исемлегенә республика Башлығы инициативаһы буйынса Башҡортостан да ингән.
— Эш системалы ойошторолған. Был проектҡа иң һуңғы булып ҡушылыуығыҙға һәм был тема менән ни бары ике ай шөғөлләнеүегеҙгә ҡарамаҫтан, күп кенә параметрҙар буйынса башҡа төбәктәрҙе уҙып киттегеҙ, – тип билдәләне Владимир Арженцов. – Республиканың проект офисы әүҙемлеге ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Башҡа төбәктәрҙә проект өс-алты министрлыҡты үҙ эсенә алһа, Башҡортостан үҙе генә 14 ведомство индергән һәм әле уҡ ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә. Проекттың ойоштороу этабы үтәлгән, ағымдағы эштәр торошоноң картаһы эшләнгән.
Проект етәксеһе фекеренсә, етешһеҙлек өҫтөндә планлы рәүештәге эш кенә һөҙөмтәлелекте күтәреү йәһәтенән ысынлап алға хәрәкәт итергә мөмкин бирәсәк.
Һаҡсыллыҡ нигеҙҙәре фәлсәфәһе эш процестары менән генә сикләнмәҫкә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
— Бөтә аспекттарҙа ла һаҡсыллыҡ йәшәү рәүешенә әйләнергә тейеш, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы