Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2018, 13:41

Һәр мәсьәлә — иғтибар үҙәгендә

Бөрө ҡалаһында йәшәгән ВераЦирюльникова – әүҙем, маҡсатлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан. Шәхси мәнфәғәттәрен түгел, ә тотош төбәкте хәстәрләгәнуй-ниәттәре менән баш ҡалаға, республика етәксе­легенә килеүе лә уның хаҡтакүпте һөйләй. Эш шунда: Бөрө ҡалаһында заманса йыһазландырылған, ҙур перинатальүҙәк төҙөү ихтыяжы күптән бар. Иҫке, тығыҙ балалар табыу йорто Башҡорт­остандыңтөньяҡ райондары халҡын хеҙмәтләндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шарттарҙың насарбулыуы – күптәнге проблема, һәм уны кисекмәҫтән хәл итеү зарур. ВераЦирюльникова тап ошо мәсьәлә менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, уныңӨфөлә граждандарҙы шәхси ҡабул итеү сараһына килгән дә инде.

Бөрө ҡалаһында йәшәгән Вера Цирюльникова – әүҙем, маҡсатлы ҡатын-ҡыҙҙарҙан. Шәхси мәнфәғәттәрен түгел, ә тотош төбәкте хәстәрләгән уй-ниәттәре менән баш ҡалаға, республика етәксе­легенә килеүе лә уның хаҡта күпте һөйләй. Эш шунда: Бөрө ҡалаһында заманса йыһазландырылған, ҙур перинаталь үҙәк төҙөү ихтыяжы күптән бар. Иҫке, тығыҙ балалар табыу йорто Башҡорт­остандың төньяҡ райондары халҡын хеҙмәтләндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шарттарҙың насар булыуы – күптәнге проблема, һәм уны кисекмәҫтән хәл итеү зарур. Вера Цирюльникова тап ошо мәсьәлә менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа, уның Өфөлә граждандарҙы шәхси ҡабул итеү сараһына килгән дә инде.
– Минең өс балам да ошо шарттарҙа донъяға килде, – тине Бөрө ҡунағы төбәк етәксеһе менән осрашыуҙа. – Балалар тәрбиә­ләйем тип торған йәш ғаиләләр яңы, яҡты, заманса йыһаз­ландырылған бала табыу йортона килһен ине.
Рөстәм Зәки улы Бөрөлә перинаталь үҙәк төҙөү буйынса ҡарар ҡабул ителеүе, яҡын килә­сәктә проект эштәре башлана­сағы тураһында еткерҙе.
– Быйыл проект эштәре та­мамланһа, 2019 йылда төҙөлөш башланасаҡ. Объекттың хаҡы арзан түгел – 400 миллион һум самаһы. Әммә беҙ ниндәй аҙымға барғаныбыҙҙы аңлайбыҙ. Бының өсөн сығымдар планлаш­тырыл­ған. 2020 йылдың аҙағына төҙөлөштө тамамларға ниәт бар, – тине Рөстәм Хәмитов.
Һис шикһеҙ, 46 меңдән ашыу кеше йәшәгән Бөрө ҡалаһы республикабыҙҙың боронғо һәм бай тарихлы төбәктәре иҫәбенә инә, уны башҡа ҡалаларҙан айырып торған йөҙө һәм үҙенсә­лектәре бар.
Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан ҡала булараҡ, ул ошо йүнәлештәге райондарҙың рәсми булмаған үҙәге булып тора, кешеләр төрлө хеҙмәттәр, медицина ярҙамы, белем алыу маҡ­саты менән тәүге сиратта тап ошон­да йүнәлә. Шуға күрә Бөрөләге медицина учреждение­ларының заман талаптарына яуап биреүе, тәжрибәле белгестәр менән тәьмин ителеүе – мөһим, кәрәкле ғәмәл.
Азат Мәсәлимов менән Борис Конюхов республика Башлығына авиация-инженер һөнәри йүнә­лешле мобиль мәктәп проектын тәҡдим итте. Пилот-инструктор, дельтаплан спорты буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы Азат Мәсәлимов илдә үҫмерҙәрҙе авиацияға бәйле профессиялар нигеҙе менән таныш­тырыуҙың бөтөнләй бөтөүе, булған түңәрәктәрҙең дә ҡиммәт хаҡҡа эшләүе хаҡында әсенеп бәйән итте.
– Әлеге ваҡытта хәлдән килгән тиклем балалар менән эшләйбеҙ, самолет макеттары төҙөйбөҙ. Ҡыҙыҡһыныу бар. Балалар беҙҙең проект ярҙамында авиацияны яратһын ине, — тине ул.
Әле проект авторҙары баш ҡаланың 157 мәктәбе һәм бер нисә патриотик клуб менән эшләй. Әүҙемдәрҙең проектын тормошҡа ашырыу өсөн сертификатлы парашют-күтәреү системаһы, тренажерҙар, транспорт сараһы һәм башҡа кәрәк-яраҡ талап ителә. Рөстәм Зәки улы башланғысты хупланы, балаларҙың авиацияға ҡыҙыҡһы­ныуын үҫтереү мөһимлеге, хәүефһеҙлек мәсьәләләренә айырым иғтибар талап ителеүен билдәләне. Шулай уҡ республика Хөкүмәте, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына проект авторҙары менән хеҙмәттәшлек итергә, авиация өлкәһендә клуб хәрәкәтен әүҙемләштереү мәсьә­ләләрен хәл итергә ҡушты.
Йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыу торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең иң уңайлы ысулдарының береһе булһа ла, ыңғай һөҙөмтә­ләр менән бер рәттән, ул халыҡ һәм власть өсөн байтаҡ проблемалар ҙа тыуҙыра. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, яңы фатирҙа йәшәүгә иҫәп тотҡан күптәр намыҫһыҙ тө­ҙөү­се­ләрҙең ҡорбанына әүерелә, “алданған өлөшсөләр” барлыҡҡа килә. Рөстәм Хәмитовҡа шәхси ҡабул итеүгә граждандарҙың ошо категорияһы ла килгәйне. “Урал” микрорайонының алданған өлөшсөләре вәкиле Виталий Листков үҙҙәренә бәйле сетерекле хәлде аңлатып үтте, республика ҡануниәтенә уларҙы яҡларлыҡ, киләсәктә фатир алыу ышанысын нығытырлыҡ үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте.
Өфө районындағы “Миловка паркы” торлаҡ комплексы өлөш­сө­ләренең вәкиле Ильвира Куликова республика Башлығына төҙөлөштө яңыртыу буйынса саралар күреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Инициатив төркөм әүҙем­сеһе әйтеүенсә, әле комплекста 350 фатирҙа кешеләр йәшәй, әммә коммуникациялар, инфраструктура һаман юҡ, сүп-сар сығарылмай, хатта кәрәҙле бәйләнеш тә тотмай.
Быйыл ғинуарҙа 10-сы квар­тал­дың өс йортонда төҙөлөш эштәре яңыртылған, эштәрҙе яңы төҙөүсе менән тамамлау күҙал­лана.
Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте вице-премьеры, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Андрей Трухан менән телефондан әңгәмәләште. Ул әйтеүенсә, ошо көндәрҙә объект буйынса “юл картаһы” әҙер буласаҡ, быйыл биш-алты йорт төҙөлә башлаясаҡ, 2020 йылға проект тормошҡа ашырыласаҡ. Ошоға өҫтәп, Рөстәм Зәки улы хәлдән килгәндең барыһын да эшләргә вәғәҙә итте, киләсәктә микрорайонда мәктәп, балалар баҡсаһы буласағын белдерҙе.
Ғөмүмән, ике сәғәтлек аралашыу барышында төбәк етәксе­һенә байтаҡ ҡала һәм район кешеләре мөрәжәғәт итте, Рөстәм Хәмитов һәр мәсьәлә буйынса республика Хөкүмәтенә, министр­лыҡтарға һәм ведомстволарға тейешле күрһәтмәләр бирҙе.
Читайте нас: