Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2018, 16:11

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Һауа торошоноң насарайыуына бәйле Башҡортостан ЮХХДИ водителдәрҙе айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.

Һауа торошоноң насарайыуына бәйле Башҡортостан ЮХХДИ водителдәрҙе айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.
«Күпләп ҡар яуыу һөҙөмтәһендә юлдарҙа ҡар һырынтылары барлыҡҡа килде һәм боҙлауыҡ күҙәтелә, ул транспорт хәрәкәтен ҡатмарлаштыра. Бөтә автомобилселәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе айырыуса иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡырабыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә тәү сиратта кеше факторы тәьҫир итә. Сөнки һеҙҙең именлегегеҙ нәҡ хәүефһеҙ хәрәкәт тиҙлеген һайлауға, арауыҡты һәм ҡабырға яҡтағы араны тотоуға бәйле. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, һеҙ кире эҙемтәләрҙән һәм юлда бәхетһеҙ осраҡтарҙан һаҡлана алаһығыҙ», — тип мөрәжәғәт итте республика халҡына Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 һәм 24 мартта республика буйынса күпләп ҡар һәм ямғыр яуыуы, көндөҙ һауа температураһының +3 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә. Айырым райондарҙа синоптиктар боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүен, юлдарға көрт һалыуын, ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуын фаразлай.
«Башинформ»дан.
Читайте нас: