Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2018, 14:59

Һөйгән ҡыҙын үлтергән егеткә хөкөм сығарылды

Мишкә районында йәшәгән 20 йәшлек егет «Үлтереү менән янау» һәм «Ҡанһыҙ рәүештә үлтереү» статьялары буйынса ғәйепле тип танылды. Республика Тәфтиш комитетында белдереүҙәренсә, Башҡортостандың Юғары суды уны 16,5 йылға иркенән мәхрүм итте, унан һуң тағы ла ике йылға иркенән сикләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың 17 мартында 20 йәшлек егет көнләшеү арҡаһында ҡот осҡос енәйәт ҡыла. Мишкә ауылында 16 йәшлек һөйгән ҡыҙын һағалап тороп, ул уның муйынына, башына, күкрәгенә һәм иңбашына 25 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә.

«Ҡос осҡос енәйәт ҡылыуға шаһит булған 30 йәшлек ҡатын егетте туҡтатырға маташып, уға сумкаһы менән һуғып маташа, ләкин ул уны ситкә этә һәм ҡулындағы бысаҡ менән һелтәнеп, үлтереү менән янай. Бәлиғ булмаған ҡыҙҙы йәрәхәтләгәндән һуң енәйәтсе автомобилгә ултырып ҡаса. Күпмелер ваҡыттан һуң полиция хеҙмәткәрҙәре уны ауылдан алыҫ булмаған урманда ҡулға ала. Тәфтишселәр әйтеүенсә, ул үҙен-үҙе бысаҡ менән яралаған булған. Ҡыҙ алған йәрәхәттәренән дауаханалаға йән биргән», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан.

«Башинформ»дан.
Читайте нас: