Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, төбәк парламентына Хөкүмәттең уҙған йылдағы эш һөҙөмтәләре хаҡында отчет биреп, республикала алдағы йылдарҙа ниндәй яңы һаулыҡ һаҡлау объекттары барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләне.
— Онкология диспансерының яңы корпусы төҙөлә башланы. Быйыл кардиология үҙәгенең яңы корпусын төҙөй башлайбыҙ. Тәү сираты – яҡынса 5 миллиард һум. Был — үтә заманса технологиялар, операция залдары. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары өлөшөндә булған бөтә проблемаларҙы дауалау мөмкинлеге бирә, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙгә Учалыла хирургия корпусын мотлаҡ төҙөргә, Октябрьскийҙағы корпусты йүнәтергә, балалар поликлиникалары һалырға кәрәк. Өфөләге иҫкергән, бик насар күренгән һәм кисектергеһеҙ ремонт талап иткән медицина учреждениеларын тәртипкә килтереү зарур. Һаулыҡ һаҡлау системаһын ипкә килтереү өсөн алдағы өс йылда яҡынса 15 миллиард һум талап ителә. Был аҡсаларҙы табырбыҙ, улар күҙалланған, бар. Ул республика аҡсалары.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Башлығы медицина берләшмәһенән айырыуса балалар үлемен кәметеү өсөн бөтә кәрәкле саралар ҡабул итеүҙәрен талап итте.
— 2017 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе хурлыҡлы юғары. Беҙ Рәсәй Федерацияһында 70-се урындарҙа. Перинаталь үҙәктәр төҙөйбөҙ, балалар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын йүнәтәбеҙ, эш хаҡын арттырабыҙ. Файҙа юҡ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, табиптарға мөрәжәғәт итеп. – Беҙҙең республика халҡы иҫәбен арттырыу өсөн бөтә күрһәткестәр, бөтә ауырыуҙар буйынса үлем кимәлен кәметеүҙән тыш башҡа сара юҡ. Был эште даими, өҙлөкһөҙ, профессиональ кимәлдә эшләргә кәрәк. Мин һәм Хөкүмәттәге коллегаларым был һандар дөрөҫ күрәткестәргә инһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ, әлбиттә. Әммә шул уҡ ваҡытта медицина берләшмәһенән дә күберәк һөҙөмтәне, тәү сиратта, кешеләргә ҡарата иғтибарҙы, аң-белем таратыу эшен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы талап итәсәкбеҙ. Был мәсьәләләр менән шөғөлләнергә кәрәк.