2017 йылға Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығының 14 йөкләмәһенән бишеһе үтәлгән, ҡалғандары ғәмәлгә ашырылыу өҫтөндә. Депутаттар алдында Хөкүмәт эше тураһында сығыш яһағанда премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов ошо хаҡта һөйләне.
«Дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенә проектлы идара әүҙем индерелә. 44 төбәк проекты бойомға ашырыла ла инде. Былтыр 2021 йылда «Апимондия» конгресын уҙғарыу хоҡуғына ғариза кампанияһын әҙерләү һәм ойоштороу буйынса проект уңышлы тамамланды, — тип хәбәр итте премьер-министр. — Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә телемедицина үҙәктәре мөмкинлектәрен файҙаланыу буйынса саралар ҡабул ителгән. Инвестицион үҫеш сиктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа проекттарҙы тормошҡа ашырғанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдары әүҙем ҡулланыла. Йәнә дүрт проектты бойомға ашырыу күҙаллана».
2017 йыл республикала Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителгәйне. Шуға күрә йөкләмәләрҙең һөҙөмтәләре айырым күрһәтелде. Эш экологик зыян күләмен ҡыҫҡартыуға, халыҡты һыу менән тәьмин итеү кимәлен арттырыуға, экологик яҡтан хәүефһеҙ йыйым инфраструктураһын булдырыуға, ҡалдыҡтарҙы утилләштереүгә һәм башҡа сараларға йүнәлтелгәйне. 2017 йылға билдәләнгән барлыҡ план күрһәткестәренә өлгәшелде.
Атмосфера һауаһын бысратыуҙы контролдә тотҡан автоматлаштырылған станциялар төҙөлдө. Ҙур компаниялар таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырҙы, улар араһында «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте бар.
Ете гидротехник ҡоролма капиталь ремонтланған, биш объект буйынса эштәр алып барыла. Ете объектта йылға үҙәндәрен таҙартыу буйынса эштәр башҡарылған.
Йыл йомғаҡтары буйынса республика «Экология йылында төбәктең әүҙем экология сәйәсәте» өсөн федераль кимәлдә юғара баһа алған.