Һалҡын ҡышҡа аяҡ баҫҡанда беҙ иң йылы һәм яҡты байрамдарҙың береһе — Әсәйҙәр көнөн билдәләйбеҙ. Беҙгә ғүмер бүләк иткән, бөтөн йөрәк йылыһын биргән, беҙҙең өсөн тынғыһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ төндәр үткәргән ғәзиздәребеҙгә ниндәй генә теләктәр теләһәк тә аҙ булыр һымаҡ. Тормошобоҙ биҙәге булған әсәйҙәребеҙ матур ҙа, батыр ҙа, мәрхәмәтле лә. Һүҙем Ҡоҙаш ауылынан һигеҙ баланы оло тормош юлына баҫтырған, намыҫлы хеҙмәт юлы үткән Әлфия Таипова тураһында.
Әлфия Рәхимйән ҡыҙы 1929 йылдың 19 мартында Ҡоҙаш ауылында донъяға килә. Ауыл мәктәбенең дүрт класын тамамлағас, 7-сегә тиклем көн дә биш саҡрым юл йөрөп, Ҡушманаҡ ауылы мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Һигеҙ балаға ғүмер биргән әсә һуғыш йылдарының ауырлығын үҙ иңдәрендә бик йәшләй кисергән кешеләрҙең береһе лә. Әлфиә апай ғаиләһенән башта атаһы, унан Хакимйән ағаһы фронтҡа китә. Шунан сират ҡустыһы Заһитйәнгә етә. Шулай итеп, улар ғаиләһенән өс ир-ат ҡулына ҡорал алып, Ватан һағына баҫа.
Һуғыш осоронда бер кемгә лә еңел булмай. Ауылдағы ир-ат фронтҡа китеп бөткәс, ҡатын-ҡыҙҙарға, ҡыҙ-ҡырҡынға, шул иҫәптән Әлфиә апайға ла колхоз эшенә егелергә тура килә.
Кеше күргәнде күрҙек. Ил менән килгәнде иңең менән күтәрәһең. Еңеү өсөн, тип тырыштыҡ, һуғыш бөткәнен ҙур ышаныс менән көттөк. Үлән ашап, сабата кейеп үҫкән быуын беҙ, — тип һөйләй ул.
Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы үҙе кеүек һуғыш осоро балаһы булған Фәснәүи Тайыпов менән ғүмер юлын бәйләй. Ғаиләне йәмгә күмеп, бер-бер артлы һигеҙ бала донъяға килә. Фәснәүи ағай колхозда эшләй, унан әҙерләүҙәр контораһына күсә.
1968 йылда Әлфиә апай һигеҙ бала менән тол ҡала. Бар донъя мәшәҡәтен иңдәренә йөкмәп кенә ҡалмай, иренең хеҙмәтен дә дауам итә. Балалары үҫә төшкәс, әсәйҙәренә ярҙам итә башлай. Көслө рухлы, тормош ауырлыҡтарына баш эймәҫ гүзәл зат ғәзиздәрен үҙҙәре теләген һөнәргә уҡыта, күркәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына баҫтыра.
Әлфия Таипова һәр ваҡыт хеҙмәтендә бирелгән пландарҙы даими үтәп, район ҡулланыусылар йәмғиәте системаһында алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе була. Фотоһы Почет таҡтаһынан төшмәй. Күп һанлы Маҡтау грамоталары һәм миҙалдары уның намыҫлы, уңған, яуаплы кеше булыуы тураһында һөйләй. 20 йыл тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
1963 йылда Әлфиә Рәхимйән ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Бәхетле әсәнең балалары хәҙерге көндә төрлө яҡтарҙа донъя көтә. Фларида, Зәхибә, Сахман — Борайҙа. Улы Флорит Усинск ҡалаһында, Флюраһы Санкт-Петербургта йәшәй. Резида Себер яҡтарынан ҡайтып, Ҡоҙаш ауылында төпләнде. Рүзилә Ҡушманаҡ ауылында йәшәй. Әлфиә апайҙы ҡайғы елдәре лә урап уҙмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улы Флүр армия хеҙмәтендә һәләк була.
Киң күңелле, мәрхәмәтле Әлфиә Таипованың әлеге көндә 15 ейән-ейәнсәре, 25 бүлә-бүләсәре һәм дүрт тыуа-тыуасары бар. Улар ҡәҙерле әсәй һәм хәстәрлекле өләсәйҙәрен уңыштары менән ҡыуандырып ҡына тора.
Гөлназ Ханова.
Борай районы.