Үрге Ласынтау ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Байыш ауылында күп балалы әсәй һәм күп балалы өләсәй Дөрлийынан Шәйми ҡыҙы Камалова йәшәй. Аптырарға ла була, әлбиттә, нисек инде күп балалы өләсәй. Тормошта шулай ҙа була икән ул...
Яҙмыш Дөрлийынан Шәйми ҡыҙын иркәләмәгән. Хәҙер уға 84 йәш. Ул хәтерендә тик шатлыҡлы мәлдәрҙе генә һаҡлай. Холҡо шундай уның — насарлыҡты күңеленә йыймай. Тормош юлы ла еңелдән булмаған бит. Дүрт класс тамамлай, колхозда һауынсы була, аҙаҡ сусҡа фермаһында ла эшләй. Йәшләй тол ҡалып, бер үҙе биш баланы аяҡҡа баҫтыра. Барыһы ла ғаиләләре менән имен-һау ғына йәшәй башлай. Әҙерәк ял итергә, хәл алырға мөмкин. Ләкин ҡайғы һорап килмәй шул. Көтмәгәндә улының тормош иптәше вафат була. Биш бала етем ҡала.
— Сабыйҙарҙы балалар йортона бирергә уйымда ла булманы, — ти Дөрлийынан Шәйми ҡыҙы. — Улар бит беҙҙең ҡан. Барыһын да үҙемә, атайҙары үҫкән нигеҙгә алдым.
Башҡа өләсәй булһа, улын ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеп, балаларҙы опекаға алыр ине. Ләкин был өләсәй ундай түгел.
Дөрлийынан Шәйми ҡыҙының шул тиклем көслө рухлы, оло йөрәкле булыуына һоҡланырлыҡ. Башта балаларыңды ауырлыҡтар менән аяҡҡа баҫтыр, аҙаҡ ейәндәреңде. Бала үҫтергәндә сығымдар ҙа аҙ түгел бит...
— Пенсиям күп түгел, күберәге улым булыша. Ул аҡса таба. Ләкин эш аҡсала ғына түгел бит әле, — ти хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй. — Балаларға һөйөү һәм наҙ кәрәк, шул саҡта ғына уларға йәшәү еңелерәк була, тормоштоң матурлығын күреп үҫә. Бер ҙә юҡҡа ғына, ҡайҙа йылы, шунда оя, тимәйҙәр.
Өләсәйҙең йылы ояһында ҡанат нығытып, дүртеһе оло тормошҡа аяҡ баҫҡан да инде. Лиана БДУ-ның Бөрө филиалында тарих факультетын тамамланы, кейәүгә сыҡты. Ленар һәм Илнар армияла хеҙмәт итеп ҡайтты. Гүзәл күп профилле һөнәрселек колледжында уҡып, ашнаҡсы белгеслеге алып сыҡты. Иң кесеһе Ринат ошо уҡ уҡыу йортонда белем ала.
Балаларҙың һәр береһендә өләсәй күркәм сифаттар тәрбиәләгән: хеҙмәт һөйөүсәндәр, тормош ауырлыҡтарына баш эймәҫкә өйрәнгәндәр, тырыштар, маҡсатсандар.
Дөрлийынан Шәйми ҡыҙының ҙур булмаған, ләкин иркен, йылы өйөнән сығып китке лә килмәй торҙо. Бирелә бүлмә гөлдәре күп. Аш бүлмәһенән тәмле бәлеш еҫе килә. Ҡунаҡсыл хужабикә сәй табынына саҡыра.
Бирелә балаларға һәр саҡ йылы һәм уңайлы буласаҡ, сөнки бында оло йөрәкле, изге күңелле гүзәл зат — күп балалы әсәй һәм күп балалы өләсәй йәшәй.
Степан Чиглинцев фотоһы.