Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмыш

Физәлиә Ғәбделхәй ҡыҙы Дәүләтгәрәева 1962 йылда Борай районының Әбдрәшбаш ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа.Уҡыусыларыбыҙға уның яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

“Бала сағымдың иң матур өлөшө беҙгә төрлө яҡлап белем-тәрбиә биргән Мулла ауылы мәктәбенә бәйле. Әҙәбиәт уҡытыусыһы Нурия апай Солтанова тел ғилеме генә биреп ҡалманы, ә күңелдәрҙе лә байытырға ынтылды. Ул беҙгә туған телебеҙҙең байлығын, матурлығын аса белде. Мин, тел буйынса башҡаса белем ала алмаған кеше, бәләкәй генә уңыштарым өсөн үҙемде шул ябай ауыл уҡытыусыһына бурыслы һанайым.

Бик көслө, бик юғары рухлы уҡытыусы ине Нурия апай. Урыны йәннәттә булһын. Борайҙың 2-се урта мәктәбен тәмамлағас, Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһына барып эшкә урынлаштым. Еңел сәнәғәт техникумын тамамланым. Әле хаҡлы ялдамын. Шул күрше өлкәлә йәшәйем. Ике улым, ике ейәнем бар”, – тип таныштыра үҙе менән Физәлиә Дәүләтгәрәева.

Гәзит уҡыусыларыбыҙға уның яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.

Ерҙә шундай яҙмыштар була – ҡабатланмаҫ, ғибрәтле, тетрәндергес тә улар… Ирекһеҙҙән шул яҙмыш эйәһенә ҡарайһың да, нисек күтәрә икән был барыһын да, тип ғәжәп­ләнәһең… Үҙеңдең тормошоңа рәхмәт әйтеп, эстән генә белер-белмәҫ доғаңды уҡып ҡуяһың…

Зәлиә, ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы, өләсәһендә үҫте. Әсәһен үлтергән өсөн оҙаҡ йылдар төрмәлә ултырып ҡайтҡан атаһын ул тиҙ генә үҙ итә алманы, шуға күрә атаһы ҡыҙын алырға тип килһә лә, тыуған өйөнә ҡайтманы. Өләсәһе ейәнсәренә, хәленән килгәнсә тәрбиә биреп, уны тырыш, аҡыллы итеп үҫтерҙе.

Зәлиә үҙ тырышлығы менән инс­титутҡа уҡырға инде. Шунда уҡығанда танышты буласаҡ ире Айҙар менән. Араларында ялҡынлы мөхәббәт уты ҡабынып, дүртенсе курста өйләнеш­теләр. Айҙар ҡатынын, уҡыуҙарын бөтөргәс, атаһы-әсәһе янына йәшәргә ауылға алып ҡайтты. Уңған, асыҡ йөҙлө Зәлиә ҡәйнәһе-ҡайныһының күңеленә хуш килде.

Бер-ике йыл улар йортонда йәшәгәс, бер иҫке генә өй һатып алып, шунда айырым көн күрә башланылар. Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, Айҙарға тартым улдары Илгиз тыуҙы.

Ялдың ни икәнен белмәгән Айҙар менән Зәлиә, тырыша торғас, кир­бестән магазин һалдырып, шунда сауҙа менән кәсеп итә башланы. Тырышҡандары бушҡа китмәне, мул ғына тормошҡа аяҡ баҫтылар. Ата-әсә наҙын күрмәй, аслы-туҡлы тиерлек үҫкән Зәлиә бик бәхетле ине был миҙгелдә. Ире тырыш, эшсән. Бына тигән улдары үҫеп килә. Сауҙа эше лә алға бара. Бәхетенә бик һөйөндө ҡатын. Әммә әллә үҙ тормошона үҙе күҙ тейҙерҙе, әллә яҙмыш юлдары шундай бормалы, ире Айҙар уға һыуына башланы. Өҫтәүенә кибет­тәрендә һатыусы булып йәш сибәр, сая ҡыҙ Гөлсинур эшләй башлағас, бөтөнләй үҙгәрҙе Айҙар.

Башта бер нәмә лә һиҙмәй-күрмәй йөрөгән ҡатын ирен ҡыҙ менән тотҡас ҡына йоҡоһонан уянды. Бик ауыр кисерҙе Зәлиә иренең хыянатын. Ҡайғырыуынан ябыҡты, ҡара көйҙө. Шулай ҙа, ғаиләһен һаҡлап ҡалыу өсөн, күңелендәге нәфрәтен баҫып, ирен өйҙә яҡшы ҡаршы алды, һәйбәтләп эшкә оҙатты.

Айҙарҙың ата-әсәһе өгөтләй торғас, ҡатыны үпкә-асыуын күрһәт­мәгәс, Айҙар менән аралары йылын­ған да кеүек ине. Бер-бер артлы тағы бер ҡыҙ, бер малай табып ҡуйҙы Зәлиә. Телсән ауыл халҡы, был ирен балалар менән тотмаҡсы була, тип күпме ауыҙ сайҡаһа ла, үҙ бәхете өсөн үҙенсә көрәште. Бүтәнсә ярамай ине, был донъяла япа-яңғыҙ ҡалған ҡатынға кем ярҙам итһен дә кем асыҡ йөҙ күрһәтһен?

Байыраҡ абзыйҙарҙың аҡсаһын көрәп алырға яратҡан Гөлсинурға яңы “хужа” табылды. Үҙенән әллә нисә йәшкә оло, ғаиләле, хәлле генә ирҙән малай табып, шул бала иҫәбенә мул ғына йәшәй башланы.

Йөрәгендә иренең хыянаты һалған яра һулҡылдап-һулҡылдап алһа ла, тормоштары көйләнгән кеүек ине. Үҙе лә уңған, кешене лә эшләтә белгән Айҙар, кибеттәренән тыш, резина-пластик әйберҙәр яһай торған ҙур булмаһа ла табышлы эш асып, башкөллө шунда сумды. Тик бер ки­ҫел­гән икмәк кире йәбешмәгән кеүек, араларындағы ваҡытлы бәхет тә тиҙ ирене.

Йәше ҡырҡты уҙыуына ҡарамаҫ­тан, кәүҙә-тәне һаман йәш ҡыҙҙарҙы һораған Айҙар тағы Гөлсинурға башта ҡағылып-һуғылып ҡына, аҙаҡ бөтөн­ләй уның янына йәшәргә күсеп китте. Үҙенең өс балаһын ташлап, кешенекен үҫтерә башланы. Үҙ балалары яны­на килгеләп йөрөһә лә, Зәлиәгә уны күреү күрмәүҙән артыҡ ине. Бер ышана башлағас, тағы ышанысын бөтөр­ҙөләр. Тағы яҙмыш унан мәсхәрәләп көлдө.

Зәлиә, оло улын армияға оҙатып, ике балаһында йыуаныс тапты. Шулай ҙа ирен аңларға тырышты ул. Кем кәрәк уға? Ниңә шулай мыҫҡыл итә уны? Зәлиә уңған да, тәртипле лә, йөҙ-ҡиәфәте, кәүҙә-һыны ла килешле генә. Зәлиәлә булмаған нимә бар ул Гөлсинурҙа? Шул һорауҙарға яуап таба алмайынса, төндәрен яңғыҙ үткәрҙе ҡырҡ йәшлек ҡатын.

Ире ташлап киткәс, үҙен донъяла иң бәхетһеҙ кеше тип һанаған Зәлиә ысын бәхетһеҙлектең нимә икәнен белмәй ине әле. Хәрби хеҙмәттән яңы ғына ҡайтҡан улдары Илгиз, бик ҡиммәтле машинаны бәрҙереп, ҡур­ҡыуынанмы, башын элмәккә тыҡты. Ата менән әсә, үҙ тормоштары менән мауығып, улдарын ҡотҡарып ҡала алманы. Зәлиә өсөн иң ҡайғылы көндәр башланды. Ир ҡайғыһы бер ни түгел икән, бала ҡайғыһына ҡарағанда… Шулай ҙа ике яҡлап килгән бәлә теҙенә ныҡ һуҡты уның. Был тормошта ысынлап яңғыҙ ҡалды ул ике балаһы менән. Айҙар балаларына аҡсалата ярҙам итһә итте, итмәһә – юҡ. Емерелеп барған йорттарын ҡарашманы.

Башта килендәрен бик яратҡан ҡәйнәһе менән ҡайныһы ла Зәлиәгә ҡырын ҡарай башланы. Ейәндәре Илгиздең аҫылыныу сәбәбен унан күрҙеләр. Зәлиәнең үҙенең дә элмәккә үрелгеһе килгән саҡтары күп булды. Алма кеүек улын юғалтҡас, йәшәү мәғәнәһен күрмәне. Ҡасандыр бәхет нуры балҡыған йорттарында тыныс­лыҡ тапманы. Нисә тапҡыр сығып китәм тип талпынһа ла, аҡса юҡлығы ҡулынан тота килде. Алдағы көнгә өмөтө өҙөлдө. Ҡанаттары һынды.

Бер көн Зәлиәне үҙҙәренән өс йорт аша ғына йәшәгән Фәһимә саҡырып алды. Ни өсөн икәнен әйтмәһә лә, бер аҙ күңелем баҫылмаҫмы тип барҙы ҡатын. Фәһимә үҙе генә түгел ине. Ишек алдында шаҡ-шоҡ килгән уртаса буйлы, сал инә башлаған сәс­ле таныш булмаған ир-егетте күргәс, кире сығырға ымһынған Зәлиә­не Фә­һи­мә ҡулынан тартып тиерлек өйөнә алып инде. Теге ишек алдын­дағы ир ингәнсе уның ҡолағына бер-ике һүҙ бышылдап өлгөрҙө: “Ике туған энем Шәриф. Ҡатыны ике йыл элек үлде. Һинең менән таныштырғым килә”. Үҙе шул арала килеп ингән Шәриф менән Зәлиәне сәй өҫтәле янына ултыртты ла, кинәт кенә мөһим эшен иҫенә төшөрөп, өйҙән сығып китте. Шәриф эште ҡыҙыу тотто.

– Мин һинең хаҡта ишетеп беләм, – тине ул. – Күпте күрҙең, бөгөлмәнең. Үҙең тураһында һөйләмәһәң дә була.
Зәлиәнең һораулы ҡарашын тойоп, үҙе хаҡында бер нисә һүҙ әйтте. Ике йыл элек тормош иптәшен юғалтҡан. Үҙенә донъя көтөрлөк, ышаныслы ҡатын-ҡыҙ эҙләй…

– Минең менән бик еңел булмаҫ ул һеҙгә. Тормош йөгөм бик ауыр шул минең, — тип кенә әйтә алды уға Зәлиә.

– Ә мин еңеллек кенә эҙләү­селәрҙән түгел, – тине Шәриф.

…Башта бер нимә лә вәғәҙә итмәгән Зәлиә, Шәриф менән аралаша-яҡынлаша торғас, элекке ире Айҙарҙың ҡурҡытыу-янауҙарына ҡарамайынса, ике балаһын алып, яңы ире янына күсеп китте…


Автор: Физәлиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА
Читайте нас: