Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыштарҙан көслөрәк
22 Ноябрь 2019, 16:48

Тормош көтөү — диңгеҙ кисеү...

Борай районынан Венира Зарипова яҙмыш һынауҙарына баш эймәй

Тормош тулҡындарһыҙ булмай. Ниндәйҙәре була әле ул тулҡындарҙың. Таңатар ауылында йәшәүсе Венира Зарипованы ла яҙмыш һис кенә лә иркәләмәгән, һынауҙарҙың ниндәйен генә ебәрмәгән...

Сәйет-Көрйә ауылының ябай колхозсылар ғаиләһендә, көҙҙөң иң матур, әбейҙәр сыуағы ваҡытында, беренсе сабый булып донъяға килгән ул. Атаһы Ғәйдәни — бригадир эшенән, әсәһе Мәдинә колхоздың йәшелсә баҡсаһынан ҡайтып инә алмаған саҡтарҙа үҙенән һуң тыуған дүрт һеңлеһе, бер ҡустыһы өсөн ҙур апай булып, тормош йөгөн иртә тарта башлай. Шулай Венира бәләкәйҙән эш рәтен белеп, ашарға әҙерләү, баҡса ҡарау, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрау серҙәрен аңлап үҫә. Үҙе белгәндәрен ҡусты-һеңлеләренә лә өйрәтеп, улар өсөн һәр саҡ өлгө булып үҫкән ҡыҙ мәктәпте уңышлы тамамлап, Ревда ҡалаһына бухгалтерҙар курсына уҡырға юллана. Белгес дипломы алыу менән заводҡа эшкә урынлаша. Уның хеҙмәт юлы шулай башлана.

Әммә тыуған ауыл, атай-әсәй, тыуған нигеҙ уны һәр саҡ үҙенә тартып торғанғалыр инде, ҡайтып, Чапаев исемендәге колхозда бухгалтер булып эш башлай. Ул ваҡыттан һуң баш бухгалтер, ауыл Советында баш бухгалтер, почта хеҙмәткәре, страховка агенты булып эшләгән сағында ла бала саҡтан өйрәнгәнсә эшен һәр саҡ еренә еткереп башҡара.

Ҡыҙ кешенең йәше еткәс, йөҙ егет атын егә, тигән боронғолар. Венира ла никах сәғәте һуҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡала — юлында өлөшөнә төшкән көмөшө — Назифы осрай. Назиф Нәбиуллин менән ҡауышып, ҡыҙҙары Зөһрәгә, улдары Вәхит менән Азатҡа ғүмер биреп, донъялар нығытып йәшәп ятҡанда ғаиләгә ҙур ҡайғы килә — атай кеше сирләй башлай. Тормош селпәрәмә килә. 33 кенә йәшлек сәскә кеүек ҡатынын, береһенән-береһе матур булып үҫеп килгән һигеҙ, алты, дүрт йәшлек өс балаһын етем ҡалдырып, Назиф яҡты донъя менән хушлаша. Венираның был ваҡыттағы кисерештәрен Хоҙай үҙе генә беләлер. Өс балаһын ҡосаҡлап ҡалған ҡатын бирешмәй. Бәләкәйҙән килгән тәүәккәллеге, көслө рухы, һәр ерҙә өлгөлө булып йәшәргә өйрәнгәнлеге уға ярҙамға килгәндер. Өҫтәүенә, Назифтың ата-әсәһе лә бар бит әле, уларға ла терәк булырға кәрәк. Бер йортта ғүмер иткәс, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәүҙәрен дауам итәләр. Шулай ғүмер иткән саҡта, күрше Таңатар ауылынан үҙе лә әсәһе ярҙамы менән яңғыҙы ғына 10 йәшлек улы Назифты тәрбиәләгән Наил Зарипов Венираның ҡайны-ҡайнатаһынан килендәрен кейәүгә һоратып килә. Килендәренә бәхет, ейәндәренә етеш тормош теләгән ҡайны менән ҡәйнә Наилдең үтенесен кире ҡаҡмай. Әле генә ҡауышҡан ир менән ҡатын һәм икеһенә бергә дүрт бала — шулай Зариповтар ғаиләһе барлыҡҡа килә. Балалар тиҙ арала уртаҡ тел таба, Венираға — әсәй, Наилгә атай тип әйтеп, йәнә ике ҡыҙ — Зәүиә менән Зәһинәгә ағай-апай булалар. Ғаиләлә Назиф, Зөһрә, Вәхит, Азат, Зәүиә, Зәһинә берҙәм, бер туғандай яҡын булып үҫә. Ата-әсә лә балаларҙы һинеке-минекенә айырмайынса, барыһына ла бер төрлө ҡараш, бер төрлө тәрбиә, бер төрлө баһа биреп үҫтерә.

Ул ваҡыттарҙан һуң күпме һыуҙар аҡҡан, күпме таң атҡан, күпме ҡыш, яҙ, йәй, көҙ үткән. Бөгөн был алты баланың бишеһе иҫән-имен, үҙ ғаиләһен булдырып, бер туғандай татыу ғүмер итә. Иң өлкән улдары Назиф ҡына өс балаһын етем ҡалдырып, фажиғәле вафат була. Әммә уның да ғаиләһендә тормош дауам итә, Хоҙайға шөкөр, ҡыҙы быйыл кейәүгә сыҡты.

Венира апай бик һикәлтәле, асыһына-сөсөһөнә тулы тормош юлы үтһә лә, яҙмышына зарланмай. Тулы ғаиләлә үҫеүенә, туғандарының иҫән булыуына, йәшләй тол ҡалһа ла, ҡайны-ҡәйнә фатихаһында балаларына үҙенекеләй яҡын итеп яратҡан атай булырҙай аҡыллы кешене осратыуына, ғәзиздәренең етеш, матур тормошта йәшәүҙәренә, ейәндәренең сәләмәт үҫеүҙәренә — барыһы, барыһына ла рәхмәтле. Ете тиҫтәне ваҡлағанда янында пар ҡанаты, гөлө сығып торған донъяһы, әсәй, өләсәй тип ҡайтып инер ғәзиздәре бар. Шулай оҙон-оҙаҡ йылдар дауам итһен әле. Венира апай быға лайыҡ.


Венера Арысланова


Читайте нас: