Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыштарҙан көслөрәк
12 Сентябрь 2019, 16:16

Көслө рухлы, изге күңелле

Иҫке Бағаҙы ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Фәйзиә Вәлиева үҙенең күркәм юбилейын — 80 йәшен билдәләне.

Фәйзиә Надыр ҡыҙы 1939 йылдың 18 авгусында Ураҙбаҡты ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.Атаһын хәтерләмәй, ҡыҙға ни бары ике йәш сағында һуғыштың беренсе йылында уҡ һәләк була. Әсәһе бер яңғыҙы балаларын ҡарап үҫтерә.

Фәйзиә бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Етенсе класты тамамлағас, 15 йәшендә, колхозда эшләй башлай: һарыҡтар көтә, быҙауҙар ҡарай.
— Аслыҡты ла, юҡлыҡты ла күрҙек. Бала саҡтан уҡ өлкәндәрҙең ҡул араһына керә башланыҡ, өй эштәрендә әсәйемә булыштым, һыйыр һауҙым, бесән эшләнек. Бик иртә көтөү көтә башланым, — тип иҫкә ала ул. — Мәктәптә уҡығанда уҡ колхоз ҡырҙарында эшләнек. Нимә ҡушһалар ҙа ҡарышманыҡ, эшебеҙҙән ололар ҡәнәғәт ҡалһын, тип тырыштыҡ.
Фәйзиә Вәлиева намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән. Малсылыҡта көн оҙоно эш менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан өйҙә лә барына өлгөрә: йортон да тәртиптә тота, балаларын тәрбиәләй, мал-тыуар ҙа аҫрайҙар. Тормош иптәше Өлфәт Хөсәйен улы ышаныслы терәге була. Бергә 36 йыл татыу ғүмер итәләр, алты бала үҫтерәләр. Балалары хәҙер үҙҙәре һөнәрле, ғаиләле. Фәйзиә әбей ейән-ейәнсәрҙәренең тормошона ҡыуанып йәшәй.
Был ғаиләне ҡайғылар ҙа урап уҙмай. 1984 йылда Фәйзиә әбей тол ҡала. Унан һуң бер-бер артлы ике улы вафат була. Ләкин ул һығылып төшмәй, нисек тә йәшәргә тырыша. Уға ата-әсәһеҙ ҡалған ейәндәре Владик менән Илназды ла тәрбиәләп үҫтерергә тура килә. Береһенә — 12, икенсеһенә 10 йәш булған малайҙарға берҙән-бер ғәзиз кеше булып ҡала ул. Йылдар уҙа, малайҙар үҫә, мәктәпте тамамлап, белем алыуҙарын дауам итә. Тыуған йорттарына ҡайтып йөрөйҙәр.
— Шундай кешеләр була бит, улар янында рәхәт, күңел тыныслана. Фәйзиә ҡоҙағыйым да бына шундайҙарҙан. Асыҡ йөҙлө, кеше ҡайғыһын уртаҡлаша торған гүзәл зат. Ҙур бер ғаилә булып йәшәйбеҙ, балалар ярҙамлашып тора. Беҙ барыбыҙ ҙа Фәйзиә Надыр ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ, — ти Заһирә Хәтмуллина.
Юбилярҙың йорт-тирәһендә тулы тәртип. Йәйҙе ул баҡсаһында үткәрә, еләккә йөрөй. Тәҙрә төптәрендә матур гөлдәр үҫтерә, уларҙың һәр ҡайһыһы тураһында мәғлүмәтле. Ҡунаҡсыл хужабикәне күршеләре лә, ауылдаштары ла хөрмәт итә.
А. Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас: