Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күпте күргән, күпте кисергән

Ҡариҙел ауылында 90 йәшлек хөрмәтле Хәлизә Нәжмиева йәшәй. Ул — ҡатлаулы тормош юлын лайыҡлы үткән, киләсәк быуындар хаҡына тырышып эшләгән оло быуын вәкилдәренең береһе.

Хәлизә Фәтхинур ҡыҙы 1929 йылда Асҡын районының Сөйөш ауылында тыуған. 1931 йылда атаһы репрессияға эләгә. Икенсе балаға йөклө булған әсәһе ҡыҙы менән үҙенең тыуған ауылы Бағаҙыға ҡайтып китә. 1937 йылда атайҙары ғаиләгә ҡайта, әммә ике йылдан һуң уны хеҙмәт армияһына алалар. Тағы ла бер йылдан ул ғаиләһен Силәбегә үҙе янына алып китә.

Хәлизә Фәтхинур ҡыҙы репрессия һәм һуғыш йылдарын яҡшы хәтерләй. Әммә ул ваҡыттарҙы күҙ йәшенән башҡа һөйләй алмай.

— Кешеләр бик ярлы йәшәне, землянкаларҙа көн күрҙе, өҫ кейемдәре бик насар ине. Иҫән ҡалыу өсөн һәр кем нимә эшләй алды, шуның менән шөғөлләнде, — тип иҫкә ала ул. — 14 йәшем тулғас, атайым мине эшкә урынлаштырҙы, ҡулыма ҡорал тотоп, йәшелсә һаҡлағыста эшләгән тотҡон немец ҡатын-ҡыҙҙарын ҡарауылланым.

1945 йылда улар Ҡариҙелгә ҡайтып төпләнә. Ҙур, татыу ғаиләлә өс ул һәм өс ҡыҙ үҫә.

18 йәшендә Хәлизә үҙенең һөйгән ярын осрата. Ғаилә ҡоралар. Хәлизә Фәтхинур ҡыҙы тормош иптәше Фәтхетдин Нәжметдин улы менән бергә улдары Хәсәнде тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәсән дә, ире лә мәрхүмдәр.

Һуғыш йылдарында нисек эшләгәндәрен Хәлизә әбей әле булһа яҡшы хәтерләй. Ул кисергәндәргә һәр кем түҙә алмаҫ ине. Ул торф та сығарған, урманда ағас та әҙерләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡансы 20 йыл һыра заводында эшләгән. Хеҙмәттәштәре һәм предприятие етәкселеге уны хөрмәт итә. Район Советына депутат итеп бер нисә тапҡыр һайлана. Намыҫлы хеҙмәткәрҙең фотоһүрәте Почет таҡтаһында эленеп тора.

Ул ваҡыттан бирле күп йылдар үткән. Хәлизә Фәтхинур ҡыҙы заманы кешеләре күп эшләгән, һуғышты, унан һуңғы ауыр йылдарҙы сабырлыҡ менән кисергән. Ләкин улар зарланмаған, үҙ өлөштәренә төшкән бәләкәй генә бәхеткә лә ҡыуана белгән.

Хәлизә Нәжмиеваға гел ныҡышмалылығы һәм көслө рухы юлдаш була, ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә. “Хәҙер мин яҡшы йәшәйем”, — тиеүгә уның йөҙө яҡтырып, битендәге йыйырсыҡтары тигеҙләнеп китә. Ә ирендәрендә наҙлы йылмайыу барлыҡҡа килә.

Хәлизә Фәтхинур ҡыҙы яңғыҙы йәшәй. Яҡындары килеп хәлен белешеп тора, иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Ул үҙе лә йәшенә биргеһеҙ әле. Беҙ хушлашып, 95 йәше менән ҡотларға килергә лә вәғәҙә биреп ҡайтып киттек.

А. Рәхмәтуллин фотоһы.
Читайте нас: