Ингредиенттар:
250 грамм бөтнөк япраҡтары
Бер килограмм шәкәр
Ике лимон
0,5 литр һыу
Әҙерләү барышы:
- Бөтнөк япраҡтарын һабағы менән бергә йыуып, еңелсә киптерегеҙ һәм ваҡлағыҙ.
- Лимондарҙы тышы менән ҡуша ваҡлап турағыҙ.
- Барыһын да кәстрүлгә һалып, өҫтөнә һыу ҡойоп, ун минут бешерегеҙ.
- Унан уттан алып, бер тәүлеккә ултыртып тороғоҙ.
- Ошо ваҡыт үткәс, ҡатнашманың һутын һығып сығарырға һәм төнәтмәне һөҙөргә кәрәк.
- Төнәтмәгә шәкәр ҡушып, утҡа ҡуйырға һәм утҡа ҡуйып, әҙер булғансы ҡайнатырға (ҡуйырырға, гәрәбә төҫөнә инергә тейеш).
- Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға ҡойоп, шундуҡ ҡапҡас менән ябабыҙ.
Был ҡайнатманы сәй табынына ҡуябыҙ, шулай уҡ лимонадҡа, десерттарға ҡушырға мөмкин.
Фото: "Һаулығым - байлығым" төркөмөнән.
Башҡортостан