Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
18 Декабрь , 16:04

Яңы йылға балыҡтан тәмле ҡабымлыҡ

Сагудай эшләгәнегеҙ бармы?

Яңы йылға балыҡтан тәмле ҡабымлыҡ
Яңы йылға балыҡтан тәмле ҡабымлыҡ

 Балыҡ – һәр табындың йәме. Яңы йыл табынана унан ҡабымлыҡтар ҙа урынлы буласаҡ. Ишембай районы Скворчиха ауылынан Сәлимә Герасименко әйтеүенсә, сагудай уларҙың байрам өҫтәленә  йыш әҙерләнә. Себер яҡтарында йәшәүселәр  уны яратып ашай,  Герасименко ғаиләһе ла ул тарафтарҙа оҙаҡ йылдар ғүмер итеп ҡайтҡас сагудайҙы яратып өлгөргән.

-Уны әҙерләү өсөн ғәҙәттә еҙмыйыҡ(голец), муксун, алабалыҡ (сиг ) һымаҡ Себер балыҡтарын ҡулланам. Ул булмаһа  скумбрияны файҙаланырға мөмкин. Туң балыҡты алып тиреһенән, ҡылсыҡтарынан яҡшылап таҙартам, йыуам. Һуңынан ваҡ өлөштәргә бүләм. Бер ҡат теҙеп һалғас, тоҙ, борос һибәм.  Артабан бер ҡат лавр япрағы, унан һуң туралған һуған теҙәм, артабанғы ҡатта йәнә балыҡ, унан һуң һуған килә. Өҫтөнә үҫемлек майы һибеп һыуытҡысҡа ҡуям. Ваҡыты-ваҡыты менән аралашһын өсөн һелкетеп алам. Ғәҙәттә алты сәғәттән балыҡ әҙер була. Балыҡты тоҙлау өсөн маринадты айырым эшләргә лә мөмкин. Уны тоҙ, шәкәр, лимон һутын ҡушып эшлргә мөмкин. Балыҡты ҡатлап һалып тоҙлап, уға ошо маринадты ҡойһаң да тәмле килеп сыға.

Фото: Сәлимә Герасименконыҡы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас: