Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
11 Сентябрь , 09:05

Картуф серемәһен, тиһәгеҙ

Ҡыш уртаһы етә башлаһа, ниндәй уңыш йыйып алғаныбыҙ күренә: сөнки төрлө сир менән зарарланған картуф ҡарая, серей башлай. Уңышты йыйып алғанда ла был сирҙәрҙе күрергә мөмкин.

Картуф серемәһен, тиһәгеҙ
Картуф серемәһен, тиһәгеҙ

Картуф сирҙәре

Үҫемлектәрҙең күп һанлы дошмандары – бөжәктәр, бәшмәктәр, бактериялар һәм вирустар  шулай картуф уңышын шаҡтай кәметә. Ямғырлы йәйҙә улар бигерәк тә үрсей.
Ҡаты ҡорт (проволочник). Ҡоротҡос картуф тамырын, һабағын тишкеләп, бүлбеләрен зарарлай һәм сереүгә килтерә. 15 – 25 мм оҙонлоғондағы 1 – 2 мм йыуанлығындағы ҡуңыҙҙың бер быуыны өс-биш йыл йәшәй. Ҡоротҡос йышыраҡ аҡтамырҙа осрай, шуға күрә был сүп үләнен юҡ итергә кәрәк. Ҡоро йылда ул нығыраҡ үрсей. Көҙ картуф баҡсаһына гәрсис сәсергә, яҙ эзбиз һалырға кәрәк. Ҡаты ҡорт һуған ҡабығын да яратмай.
Нематода. Йомро селәүсендәр класына ингән, микроскоп аша ғына кү­ренмәле ҡурҡыныс ҡоротҡос, 1 милли­метрҙан да  бәләкәй. Картуф тамырын һәм бүлбеләрен зарарлай. Үҫемлек үҫеүҙән туҡтай, яп­раҡтары һарғая, бөтәрләнә, бүлбеләр бөтөнләй булмай йә ҙурая алмай.
Нематодаға ҡаршы иң йоғонтоло көрәш сараһы – зарарланған үҫемлектәрҙе туп­рағы менән ҡаҙып алып, картуфлыҡтан сығарыу.
Картуф уңышына һәм сифатына фитофтороз, ҡоро һәм еүеш сереү, ризоктониоз, макроспориоз, ҡулсалы серек һ.б. ауы­рыуҙар ҙур зыян килтерә.
Фитофтороз. Картуфтың иң таралған бәшмәк ауырыуы. Сир ҡуҙғытҡыс үҫем­леккә эләкһә, япраҡтарында бәләкәй көрән таптар барлыҡҡа килә. Улар ҙурайып, бер үҫемлекте генә бөтөрмәй, ә баш­ҡаларына ла күсеп, шаҡтай майҙанды бөлдөрә. Бүлбеләргә ауырыу уңыш йыйғанда, зарарланған тупраҡ йә яп­раҡтар тейеп йәки һаҡлау осоронда эләгергә мөмкин. Сирҙең таралыуын булдырмау өсөн картуфты ҡаҙып алғандан һуң картуфлыҡтан бөтә ауырыу үҫемлекте сығарып, юҡ итергә. Ә ултыртыр алдынан фәҡәт һау бүлбеләрҙе һайлап алалар. Үҫеш осоронда, ауырыуҙың тәүге билдәләре күренеү менән, культураны 90 процентлы еҙ хлор окисы һәм 80 процентлы полихом ҡатнашмаһы менән (10 л һыуға 40 г иҫәбендә) эшкәртәләр.
Ғәҙәти таҙ (парша). Бүлбеләрҙә сөйәл­дәр һәм шештәр барлыҡҡа килә, ҡайһы саҡ  өҫтөн тулыһынса ҡаплай. Сирле картуф насар һаҡлана. Шуға күрә орлоҡто алмаштырып торорға кәңәш ителә.
Ҡоро серек. Ауырыу культураны һаҡлау осоронда сирле һәм ҡырҡыл­ғандарынан күсә. Зарарланған урындарҙа ҡара-көрән таптар хасил була, бүлбе тотоуға йомшаҡ. Йыш ҡына бөтә ор­лоҡтоң юҡҡа сығыуы ихтимал. Ауырыуҙы кәметеү өсөн тик һау бүлбеләрҙе һайларға, киптерергә һәм 0 – 2 градуста, ҡоро урында һаҡларға кәрәк.
Еүеш серек. Сир шулай уҡ картуфты һаҡлау ваҡытында хасил була. Бүлбе йомшара, дымлана, насар еҫле ҡара-көрән һәм алһыу төҫлө лайлалы матдәгә әйләнә. Температура ҡапыл үҙгәргәндә, һауаның дымлылығы артҡанда, бүлбеләр өшө­гәндә, туңғанда, йәрәхәтләнгәндә, шулай уҡ башҡа сирҙәргә дусар булғанда  көсәйә. Быға юл ҡуймау сараһы  –  картуфты ва­ҡытында һәм һаҡсыл йыйыу, орлоҡҡа һау бүлбеләрҙе генә һалыу һәм һаҡлау осоронда ҡулайлы температураны тотоу.
Яман шеш (рак). Сир бүлбеләрҙе, тамырының нәҙек урындарын, һабағын һәм япраҡтарын зарарлай. Картуфтың ерҙән өҫкө өлөшөндә 10 – 12 см ҙурлығында мәрйен рәүешендә йәшел оролар хасил була. Бүлбеләрҙә яйлап ҡарайыусы һәм ҙурайыусы, формаһы менән сәскәле кә­беҫтәне хәтерләткән аҡ бирес рәүешендә күҙәтелә. Был сир – карантин объекты.
Ҡара һабаҡ. Ауырыу үҫемлек шытып сыҡҡас та  үҙен белдерә: япраҡтар һарғая һәм бөтәрләнә, һабаҡтың аҫҡы өлөшө, тамыры серей һәм ҡара төҫкә инә. Бындай үҫемлектәр еңел һурып алына. Сир һуңғараҡ йоҡһа, аҫҡы япраҡтар ҡыуыш­лыҡтарында буш йәшкелт бүлбеләр бар­лыҡҡа килә, ер аҫтында бүлбеләрҙең һабаҡҡа тоташҡан ере ҡарайып, насар еҫле лайлалы матдәгә әйләнә, ҡабығы ярыла. Сирҙе кәметеү юлы – майҙанды зарар­ланған һабаҡтарҙан даими таҙартыу, картуфлыҡты алмаштырып тороу, һаҡ­лауға сәләмәт бүлбеләрҙе һайлау, һалыр алдынан ҡояшта киптереү, ҡулайлы шарттарҙа һаҡлау.
Әгәр ҙә картуфығыҙҙың төрлө сир менән зарарланыуын асыҡлаһағыҙ, сортты ал­маштырығыҙ һәм ерҙе эш­кәртегеҙ.

Йәшелсәне нисек һаҡларға?

Картуф орлоғона  тотонасаҡ бүлбеләрҙе ерҙән ҡаҙып алғас та, киптерегеҙ. Бер нисә көн асыҡ һауала тотоп, еңелсә генә  йәшелләндереп һалһағыҙ, ул серемәҫ. Йәшәргәндә барлыҡҡа килгән соланин ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра. 
Картуф яҡынса 2 – 3 градус йылылыҡта һаҡланырға тейеш. Уны теҙгәс, өҫтөнә миләш япраҡтарын, йә еләктәрен бер ҡат итеп теҙергә кәрәк. Был картуфты артыҡ дымдан ҡотҡара. Шулай уҡ ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң дә ныҡ дымлы урынды яратыуы, һыулыраҡ ерҙә һәйбәт һаҡланыуы билдәле. Уны картуф өҫтөнә һалып сыҡһаң, бөтә артыҡ дымды үҙенә һурасаҡ һәм картуф һәйбәт һаҡланасаҡ. 
Миләш япраҡтары, емешенең фитонцидтары төрлө сир йөрөтөүсе микробтарҙы ла юҡҡа сығара, картуфты сереүҙән, кү­гәреүҙән һаҡлай. Ғөмүмән, миләшкә ныҡлы иғтибар итегеҙ, юҡһа ул бер кем тарафынан да йыйылмаған көйө ҡышҡа, яҙға тиклем тәлгәштәрендә ҡала. Ә уның күпме файҙаһы бар!
Баҙ, мөгәрәптәге артыҡ дымлылыҡты бөтөрөү өсөн унда көл менән эзбиз буталған масса һалынған йәшниктәрҙе төшөрөргә лә була.
Тик «икенсе икмәк»те һаҡлау өсөн ҡулланылған йәшниктәр ағастан булһын. Ылыҫлы ағас булыуы бигерәк тә һәйбәт, сөнки ылыҫ үҙе үк төрлө бәшмәк һәм бактериянан һаҡлай. Шулай уҡ картуфты һа­ламлы йәшниктәрҙә һаҡлау ҙа һәйбәт һөҙөмтә бирә.
Ҡала ерендә картуф форточкаһы йыш ҡына асылған тәҙрә эргәһендә һаҡлана. Йәшелсә шытмаһын өсөн уның янына кипкән бөтнөк япраҡтары һалына.
Ә инде йәшелсәне өйҙә, бүлмә тем­ператураһында һаҡларға тура килһә, ҡағыҙ йәки сепрәк ҡапсыҡҡа тултырып, елләтергә мөмкин булған тимер шкафта һаҡлау отошло. Полиэтилен ҡапсыҡтар тураһында онотоғоҙ, унда картуф тиҙ йомшара һәм шыта.
Картуф һаҡланған урында әрем, еҙтөймә үләнен (пижма) яндырып, уның төтөнө менән эшкәртергә була. Был ҡыйын  түгел, ә файҙаһы бик күп – баҙ йәки подвал дезинфекцияланасаҡ. Әрем еҫе микроб­тарҙы үлтерә.
Әлбиттә, картуфты йыш ҡына ҡарап, серей башлағандарын алып ташлап торорға онотмағыҙ.

Автор:Зухра Ягудина
Автор:
Читайте нас: